Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
9 Апрель 2020, 00:35

Уҡытыусыларға һәйкәл ҡуйырға була

“Был карантин түгел, ә атай-әсәйҙәр өсөн кара. Улар, әйҙә-әйҙә, тағын берәй нәмә эшләйек, тип аптырата, ә һеҙҙең инде барлыҡ фантазияғыҙ бөткән, сәғәт иһә иртәнге ун ғына...” – Башҡортостан кейәүе, билдәле шоумен Павел Воляның һүҙҙәрендә лә, социаль селтәрҙәрҙә йөрөгән “Ә ошолай эшләп булмаймы ни: балаларҙы уҡырға ебәрергә һәм мәктәпте карантинға ябырға. Мин ҙур теләк менән уларға ашарға ташыр инем.

Дүртәүһенә лә... Әтеү минең нервым түҙмәй”, “Һеҙҙә дистанцион уҡытыу нисек бара? - Белмәйем, беҙ ватсапта уҡытыусыны блокировать иттек”, “Былай барһа, ата-әсәләр ғалимдарҙан алда коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табасаҡ” тигән шаяртыуҙарҙа ла, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең “Уҡытыусыларҙың быға тиклем ҡәҙерен белмәгәнбеҙ икән, 20-30 баланы нисек тыңлатҡандарҙыр” тигән үкенеүҙәрендә лә бер ни тиклем хаҡлыҡ бар.
Был аҙнала уҡытыусылар йәнә ғәҙәти эшенә – балаларға белем биреүгә тотондо. Тик уҡытыу әлегә дистанцион рәүештә бара. Яңы эш алымына уҡытыусылар, студенттар, ата-әсәләр нисек ҡарай – был хаҡта гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: