Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Апрель 2020, 12:22

6 апрелдән бөтә ил балалары менән бергә беҙҙең район уҡыусылары ла ситтән тороп белем ала башланы

Уҡыу аҙнаһы башланыр алдынан райондың мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов дистанцион уҡытыу буйынса онлайн брифинг үткәрҙе һәм яңы форматта ойошторолған белем биреүгә ҡағылған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Уҡыу аҙнаһы башланыр алдынан райондың мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов дистанцион уҡытыу буйынса онлайн брифинг үткәрҙе һәм яңы форматта ойошторолған белем биреүгә ҡағылған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
- Был уҡытыу форматы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә яңы. Шуның өсөн белем алыу һәм белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһынан да бергәләп эшләү, эшкә яуаплы ҡарау һәм балаларға тулы күләмдә белем бирер өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Уҡытыу нисек ойошторола?

Белем биреүҙең дүрт варианты ҡаралған. Ил президенты указына ярашлы, эштә булыусы ата-әсәләрҙең балалары - башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойошторола. Беҙҙең районда улар күп түгел, берәү генә, ул төркөмдә 6 бала шөғөлләнәсәк.
Район уҡыусыларының яртыһынан күбеһе тиерлек уҡытыуҙың онлайн дәрес режимын һайлаған. Юғары тиҙлекле интернетҡа тотошҡан, компьютер һәм ноутбугы булғандарға уҡытыусы өйҙән онлайн форматта дәрестәр бирәсәк.
Өсөнсө төркөм - яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусылар смартфон, электрон почта бәйләнеше аша уҡытыусыларҙан задание (смс-хәбәр, электрон хат) аласаҡ.
Дүртенсе төркөм - электрон саралары булмаған уҡыусылар өсөн ҡағыҙ кейстар ҡаралған. Предмет уҡытыусылары һәм класс етәкселәре уҡыусыларға заданиеларҙы туплай, ҡағыҙ кейсты мәктәп автобусында дежур уҡытыусы дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә балаларҙың өйҙәренә тарата һәм эшләнгән эштәрҙе кире ҡабул итә. Беҙҙең районда был эшкә 15 уҡытыусы һәм 15 автобус йәлеп ителә. Улар Мораҡ, Йомағужа, Яңы Хвалын, Волостновка, Әлмәс, Нуҡай, Сапыҡ, Күгәрсен, Теләүембәт ауылдарына йөрөй. Ҡағыҙ кейс таратыу исемлегендә Побоище ауылы ла бар, әммә унда транспортты йәлеп итмәй генә уҡытыусы үҙе алып барасаҡ.
Башҡортостан Республикаһында дәрестәр теҙмәһе төҙөлгән, бөтә дәрестәр ҙә иртәнге 10-да башлана һәм 30 минут дауам итә, тәнәфестәр - 15-шәр минут. Ике дәрестән һуң төшкө ашҡа 30 минутлыҡ тәнәфес ҡаралған.
- Ситтән тороп уҡыуға бөтәһе лә әҙер, уҡытыусылар БР Мәғариф министрлығы үткәргән вебинарҙарҙы тыңланылар, тест дәрестәр күрһәттеләр, унда дәрестең форматы, йөкмәткеһе, кире бәйләнеш тураһында ла һөйләшелде, - тип билдәләне мәғариф бүлеге етәксеһе.

Ситтән тороп уҡыу ҡасанға тиклем дауам итә?

Ул һорауға әле аныҡ ҡына итеп яуап биреп булмай, тип билдәләне Рәсүл Радик улы, илдәге хәлгә бәйле буласаҡ. Әгәр Мәғариф министрлығынан ҡушылһа, беҙҙең мәктәптәр традицион уҡытыу системаһына күсергә әҙер.

Өҫтәмә белем биреү

Өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла дистанцион форматта эшләй, уларҙың уҡыуҙары көндөң икенсе яртыһында башлана.

Мәктәпте тамамлаусы балаларға имтихадарға нисек әҙерләнергә?

Йомғаҡлау аттестацияһы ваҡытын күсереү тураһында мәғлүмәт бар: 9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтихандары (ОГЭ) - 8 июндә, ә мәктәпте тамамлаусы 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары (ЕГЭ) – 9 июндә башлана, тип планлаштырыла.
Һәр шәмбе иртәнге 11-ҙә республиканың иң яҡшы уҡытыусылары шулай уҡ онлайн режимда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләйәсәк, улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте уҡытыусылар уҡыусыларға еткерәсәк.
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре майҙа үтәсәк, шул уҡ мәлдә һәр белем биреү ойошмаһы Мәғариф министрлығы менән килешеп, уны үткәреү формаһын үҙе һайлай ала.

Компьютер берәү генә булғанда нишләргә?

Күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр өйҙә бер нисә уҡыусы бала булыуын күҙ уңында тотоп, бер компьютер аша ике йәки өс бала бер юлы онлайн дәрескә инә алмай, тип борсолдо. Был ваҡытта класс етәксеһе йәки предмет уҡытыусыһы менән һөйләшеп-килешеп, онлайн дәресте электрон кейсҡа алмаштырырға мөмкин булыуы, бер бала ла задание алмай ҡалмаясағы асыҡланды.
- Ситтән тороп уҡытыу осоронда ата-әсәләргә уҡытыусылар менән һәр саҡ бәйләнештә булырға кәрәк, - тигән кәңәштәрен бирҙе мәғариф бүлеге етәксеһе. -Дистанцион уҡытыу тураһында һорауҙар булһа, Мәғариф министрлығының “Ҡыҙыу линия”һына – 8 (347) 292-11-52, беҙҙең мәғариф бүлегенә 8 (34789) 2-12-22 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: