2 апрелдән Башҡортостан мәктәптәре алыҫтан тороп уҡый башлай. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
«23 марттан 1 апрелгә тиклем мәктәптәрҙә каникулдар була. 2 апрелдән мәктәптәр алыҫтан тороп уҡыуға күсә. 1 апрелгә тиклем республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмалары йөҙ процентҡа дистанцион уҡытыуға күсергә әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне министр.
Федераль Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса дәрестәр 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла.
24 марттан 1 апрелгә хәтлем уҡытыусылар алыҫтан тороп уҡытыу нигеҙҙәрен өйрәнә. Дистанцион уҡыуға күсеү буйынса ҡыҙыу бәйләнеш: +7 (347) 292-11-52.
Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы алыҫтан тороп уҡыуға күсте. Юғары уҡыу йорттары ла 16-18 марттан дистанцион уҡыуҙа.
Республика башлығы Радий Хәбиров 2 апрелдән уҡый башларға кәрәклегенә баҫым яһаны.
«Балаларыбыҙҙың каникулы — 2 апрелгә тиклем. Уларҙың күңеле төшмәһен, эш менән булһындар, уҡыһындар. Алыҫтан тороп уҡытыуҙы ойоштороу өсөн Мәғариф министрлығына үҙенең иң яҡшы ижади сифаттарын күрһәтергә кәрәк. Был — ҡатмарлы бурыс, бығаса булмаған хәл. Технологик яҡтан да әҙер түгелбеҙ, уйларға кәрәк: бөтә ерҙә лә интернет бар тип әйтеп булмай. Ҡайҙалыр интернет бар, оҫталыҡ юҡ. Бер аҙна ваҡыт бар, коллегаларығыҙҙың иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнегеҙ. Әҙерләнегеҙ, 2 апрелдән алыҫтан тороп уҡыу башлана», — тине Радий Хәбиров.
Каникулдарҙы 12 апрелгә тиклем оҙайтыу йәки оҙайтмау тураһында кесаҙна көндө иғлан ителә.