Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Март 2020, 14:06

Коронавирус арҡаһында Рәсәйҙә БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә

Рәсәйҙә коронавирустың таралыуына бәйле Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә. Был хаҡта хөкүмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһында коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында вице-премьер Татьяна Голикова белдерҙе.

«Имтихандар теҙмәһенә үҙгәрештәр индерҙек, БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу ваҡыты күсерелде. Әлегә ваҡытын билдәләмәгәнбеҙ, ләкин тиҙҙән әйтербеҙ. Әммә был һынау тотоусылар һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн зыянһыҙ булыр тип әйткем килә», — тип хәбәр итте РИА Новости. Мәғариф министрлығының һәм Рособрнадзорҙың раҫланған бойороғона ярашлы, 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үтергә тейеш ине. Беренсе, ваҡытынан алда биреү этабы — 20 марттан 13 апрелгә, төп осор — 25 майҙан 29 июнгә, ә өҫтәмә осор 4 сентябрҙән 22-һенә тиклем тип билдәләнгәйне.
Читайте нас: