Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Март 2020, 11:25

“Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдар”

Кисә Салауат ҡалаһында “Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдар” темаһына семинар үтте. Республика кимәлендәге был сараға беҙҙең райондан мәғариф бүлеге методисы Фәһимә Ситдиҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлназ Сәлихова (Тәүәкән), Эльвира Аллабирҙина (Воскресенск), Сания Вәлитова (Ҡалдар), Илдар Сыңғызов (Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәп), Руфина Азаматова (Мораҡ башҡорт гимназияһы), Зөлфиә Илмөхәмәтова (Мораҡ урта 1-се мәктәбе) барҙы.

Кисә Салауат ҡалаһында “Башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдар” темаһына семинар булды. Республика кимәлендәге был сараға беҙҙең райондан мәғариф бүлеге методисы Фәһимә Ситдиҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлназ Сәлихова (Тәүәкән), Эльвира Аллабирҙина (Воскресенск), Сания Вәлитова (Ҡалдар), Илдар Сыңғызов (Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәп), Руфина Азаматова (Мораҡ башҡорт гимназияһы), Зөлфиә Илмөхәмәтова (Мораҡ урта 1-се мәктәбе) барҙы.
- Семинар башҡорт теле йылына арналды. Унда БР мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, уның урынбаҫары Мәрхәбә Дәүләтшина, ошо үҙәктең баш белгесе Илгиз Сәлихов та ҡатнашты.
Уҡытыусылар “Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге эшмәкәрлеге”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙә электрон белем биреү ресурстарын ҡулланыу”, “Дәрестең технологик картаһын төҙөү тәрбибе менән таныштырыу” мәсьәләләре буйынса һөйләшеп, фекер алышты. Башҡорт теленән IV класс өсөн “Берҙәмлектә –көс. Ҡылым”, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ II класс өсөн “Мин һәм минең ғаиләм” темаларына видео-дәрес күһәтелде. Сараның икенсе өлөшө ижади оҫтахана форматында ойошторолдо, беҙ төркөмдәргә бүленеп, дәрестең технологик карталарын төҙөнөк, шул карталар буйынса дәрес проектын яҡланыҡ, инновацион алымдар ҡулланыу буйынса әңгәмәләштек. Сара бик йәнле барҙы, телселәрҙең бер ҡорға тупланыуы ла әһәмиәтле булды, бер-беребеҙ менән аралашып, бәйләнештәрҙе, белем кимәлен нығытып, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, - тип хәбәр итә беҙгә Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова.
Читайте нас: