-3 °С
Болотло
«Үргә ос!» мәғариф форумында Радий Хәбиров дәрестә балаларға смартфондар ҡулланыуҙы тыйыуҙы мәктәптәр ҡарамағына ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул итеүен әйтте.
«Хөкүмәттә ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәремә телефонда соҡоноп ултырыуҙы тыйҙым. Ысынлап та, һөҙөмтә бар. Үҙемдә тәртип урынлаштырырмын, ә бына мәктәптәрҙә белмәйем, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Әлбиттә, Испанияла, Францияла тыйыу тәжрибәләре бар, бынан бер кем дә үлмәгән. Ләкин беҙҙең йәмғиәт – рәнйеүсән. Тыйһаң, балаларҙың хоҡуғын һәм иркен тартып алалар тип прокуратурға яҙа башларҙар».