Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһына Күгәрсен районы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Ул башҡорт теле йылын рәсми асыуға арналды. Төп сара Мораҡ башҡорт гимназияһында үтте.
Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән алынған өҙөк, уҡытыусылар фекеренсә, әллә ни ауыр түгел, уртаса билдә – “дүртле”, “бишле”. “Икеле” алыусылар юҡ.
Хаталар башлыса "Шайморатов", "йүгереш", "тәүәккәллек" кеүек һүҙҙәрҙә, парлы ҡушма һүҙҙәрҙең, тура телмәр, киҫәксәләр яҙылышында йыш осрай.
Тәүәкән ауылында ла диктант яҙыу сараһы юғары кимәлдә ойошторолдо. Был хаҡта беҙгә Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова хәбәр итә:
- Туған телдәр көнө беҙҙең мәктәптә ҙур байрам һымаҡ үтеп китте. Сара башланғансы башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ. Башланғыс кластарҙан алып бөтәһе лә ике телдә диктант яҙҙы (рус һәм башҡорт) был мәлдә аудиторияла талғын ғына уйнап торған ҡурай моңо яңғырап торҙо. Уҡыусыларҙан тыш башҡа һөнәр эйәләре - ауыл фельдшеры ла, ябай йыйыштырыусы ла, китапханасылар ҙа, ашнаҡсылар ҙа - барлығы 67 кеше ҡатнашты.
Тел байрамын тамамлап, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк ятланыҡ.