Үткән аҙнала Өфөлә башҡорт теле йылына һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияһы булды. Беҙҙең райондан Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова менән Йомағужа 1-се һанлы урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Ғимранова "Йәш быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, халыҡ педагогикаһының һәм этник йолаларҙың роле” тигән секцияла сығыш яһаны.“БР һәм РФ-ның башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары” темаһы йүнәлеше буйынса үткән сараға Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва республикаһынан да тел белгестәре, ғалимдар ҡатнашҡан.