Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Февраль 2020, 17:41

Быйыл төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020" һөнәри конкурсына үҙгәрештәр индерелде

Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе - дәрестән тыш сара (внеурочное мероприятие). Дәрестән тыш сараның үткәреү формаһын конкурсант үҙе билдәләй. Төп критерий булып уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы хеҙмәттәшлек бәйләнешене тора. Уға нисек ирешергә, конкурстың был төрөнә нисек әҙерләнергә, тигән һорауҙарға яуаптарҙы Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙының мәҡәләһенән табырһығыҙ.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының уҡыусылар менән дәрестән һуң шөғөлләнеү ойоштороу буйынса йүнәлеш проекты.

Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе - дәрестән тыш сара (внеурочное мероприятие). Дәрестән тыш сараның үткәреү формаһын конкурсант үҙе билдәләй. Төп критерий булып уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы хеҙмәттәшлек бәйләнешене тора. Уға нисек ирешергә, конкурстың был төрөнә нисек әҙерләнергә, тигән һорауҙарға яуаптарҙы Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙының мәҡәләһенән табырһығыҙ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының уҡыусылар менән дәрестән һуң шөғөлләнеү ойоштороу буйынса йүнәлеш проекты.
1. Актуаллеге:
- тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә күтәрелгән проблемаларҙы тәрәнәйтеү, киңәйтеп асыу өсөн халыҡтың этник, мәҙәни тарихына экскурс;
- тәрбиәүи мөмкинлектәрҙе халыҡ педагогикаһына таянып ойоштороу;
- уҡыусының үҫеш кимәлен үҫтереү өсөн төрлө яҡлы шөғөлдәр аша эш итеү:
- халыҡтың күркәм шәхестәре өлгөһөндә ижади һәм рухи ҡиммәттәрҙе барлау, уларға ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләү.
2.Маҡсаты һәм бурыстары:
Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф” төп закондарына, ФГОС шарттарында мәктәптәрҙә милли үҙаң үҫеше стратегияһын билдәләүҙә халыҡтың теле, мәҙәниәте, тарихы буйынса киң мөмкинлектәрҙе файҙаланыу.
- Рухлы, төплө фекерле уҡыусы шәхесе тәрбиәләү өсөн уларҙа милли ғорурлыҡ, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү;
- тел һәм әҙәбиәт дәрестәре программалары менән йәнәшә тәрбиәүи эш алып барыу, әҙәбиәт миҫалына туҡталыу юлы менән күберәк яҙыусылар ижады менән таныштырыу;
- күп яҡлы мәҙәни программа нигеҙендә уҡыусыға оҡшарлыҡ шөғөлдәр билдәләү, уның мөмкинлектәрен киңәйтеү.
3.Гипотезаһы:
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән тема йә күтәрелгән проблеманың өҫтәлмәһе / дауамы/ рәүешендә ойошторолған дәрестән һуңғы сарала эш алымдары ижади фекерләүгә бәйле, информацион саралар ярҙамында тәрәнәйтелһә, был дәрестәр күпкә ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле, файҙалы буласаҡ.
4. Тәрбиәүи йүнәлештәрҙең маҡсатҡа ярашлы ҡыҫҡаса үҙбилдәләнеше, йөкмәткеһе:
- тәрбиә ҡанундарының халҡыбыҙҙың матур йолаларында сағылышы, уларға бәйле әҫәрҙәр, геройҙар менән танышыу; (социаль тәжрибә)
- рухи ҡиммәттәрҙе системалаштырыусы эпосыбыҙ аша мәңгелек ҡиммәттәрҙе, милли, кешелек ҡиммәттәрен барлау; (патриотизм, кешелеклелелек тәрбиәләү)
- уҡыусы шәхесенең йәмғиәт үҫешендә ҡатнашыу, аралашыу тәжрибәһен үҫтереү; (төрлө мөнәсәбәттәргә педагогик мәсьәләләр, ситуация)
- рухи үҫеш аша хеҙмәт (уҡыу процесы) тәрбиәһе биреү, интеллектуаль үҫеш, ижад, креативлыҡ йүнәлеше; (үҙ аллылылыҡ тәрбиәләү)
- уҡыусыла темалар буйынса мотивация тыуҙырыу үҙ баһаң аша реаль эште үтәү мөмкинлеген билдәләү. (үҙ –үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарау)

5. Тәрбиәүи йүнәлештәрҙең үҫеш мөмкинлеген тыуҙырыу йөкмәткеһе һәм алынасаҡ һөҙөмтәһе:
-төрлө милләт балаларының аралашып, тыныс, дуҫ йәшәүенә йүнәлтелгән саралар; (социаль яҡтан ҡыҙыҡтырыу)
- төрлө шарттарҙа ла кеше булып ҡалыу йүнәлешен бирерлек әҫәрҙәр өлгөһөндә ойошторолған саралар; (гражданлыҡ йүнәлеше)
- ижад аша халыҡ аҡылын, ижадын өйрәнеү, уна артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар; (интеллектуаль үҫеш)
- халыҡтың үткәне, тарихы аша уның бөгөнгөһөн, киләсәген күҙаллаусы саралар, кеше һәм йәмғиәт, һайлаясаҡ һөнәр йүнәлеше; (хоҡуҡи аң)
- туған тел байлығын тыуған ер булмышы менән бәйләүсе саралар; (юғары партиотик тойғо)
- практик эштәр аша мауығыу, һөнәри ҡыҙыҡһыныуға йүнәлтелгән саралар; (эшлекле уйын, практик ҡул эштәре)

6. Алынасаҡ һөҙөмтәләр:
- уҡыусының шәхси үҫеше;
-метапредметлыҡ (күп яҡлы) үҫеше;
/ универсаль уҡыу –уҡытыу эшмәкәрлеге: аң –белемде киңәйтеүсе, регулятив, коммуникатив үҫеш йүнәлешендә ойошторола/

7. Йүнәлештәре:
- башҡорт халыҡ ижадында тәрбиә ҡанундары;
- башҡорт халҡының йола байрамдары. Шәжәрә фәлсәфәһе;
- халыҡ йыры – халыҡ тарихын һөйләүсе;
- башҡорт бейеүе хәрәкәттәрекндә кеше һәм тәбиғәт гармонияһы:
- башҡорт орнаменттарында, тамғаларында тормош фәлсәфәһе;
- кейемдәрҙә төҫтәр балҡышы, кейемдәр тарих һөйләй;
- халыҡтың декоратив мәҙәниәте (ағас, балсыҡ, тимер әйберҙәр етештереү оҫталығы);
- биҙәнеү әйберҙәрендә тәбиғәт, медицина, тормош фәлсәфәһе;
- халыҡ уйындарында спорт, ярыш сәме, һыр бирмәү, эске ныҡлыҡ,
түҙем лек сифаттары;
- башҡорт музыка ҡоралдары кисә һәм бөгөн (ҡумыҙ, ҡурай уйнарға өйрәнеү);
- башҡорттарҙа дин һәм дини байрамдар.

8. Дәрестән һуңғы сара өсөн тема һайлауҙа педагогик – психологик йүнәлеш:
- хәҙерге мәктәп тормошо тураһында һөйләшеү;
- ғаиләләргә ярҙам, рухи сыныҡтырыу;
- хәҙерге балаларҙың күңел талабы;(физик, социаль, эмоциональ).

9. Дәрестән һуңғы сарала шөғөлләнеү формалары:
- әҙәби әҫәр ваҡиғаһын тормош менән бәйләүсе әңгәмә, дискуссия, диспут, конференция, лекция, ғилми эҙләнеү;
- уҡыусының художестволы һәләте, мөмкинлектәренә нигеҙләнеүсе формалар: концерт, конкурс, спектакль, байрамдар;
- ҡул эше хеҙмәте менән бәйле формалар: мөйөштәр булдырыу, ҡурсаҡтар кейендереү (нағыш, селтәр)аш –һыу әҫерләү (рецептар);
- халыҡ уйындары – уйын формаһы: эшлекле уйын, КВН, инсценировка, ситуатив уйын, уйын ҡоралдары яһау (уҡ -йәйә)һ.б. ;
- психологик ярҙам йүнәлешендәге саралар: әңгәмә, тренинг, музыкаль ринг, һүҙ оҫталары бәйгеһе, ҡара –ҡаршы әйтеш, төрлө йүнәлешле тестар, мәҡәл, әйтем, фразеологизмдар бәйгеһе һ.б.;

10. Сараларҙа яңы технологиялар һәм ИКТ ҡулланыу:
- өйрәнеү олимпиадаларына материалдар табыу, ҡулланыу, викторина һорауҙары төҙөү, тестар үтәү, ребустар, анаграммалар, башватҡыстар төҙөү, сисеү;
-тестар төҙөү, компьютер, Интернет ярҙамында дидактик м атериалдар әҙерләү, папкалар тулылдандырыу;
- башҡа мәктәптәр менән скайп –бәйләнештәр, фекер алышыу, ата –әсәләр менән бәйләнештәр;
- фәнни –ғәмәли конференцияларға әҙерлек, материалдар табыу, презентаци лар әҙерләү;
- темаға ярашлы телефильм, фәнни фильм, йәнһүрәттәр ҡарау, һүрәт төшөрөү, төрлө мәғариф йүнәлешендәге программаларға инеү, эштәр үтәү;

11. универсаль уҡыу –уҡытыу эшмәкәрлеге:
Метапредметлыҡ йүнәлешендә ойоштороу алымдары: үҙ аллы м атериал эҙләү, уны темаға ярашлы эшкәртеү, төрлө проекттар, презентациялар төҙөү аша үҫтереү, регулятив һәләттәр тыуҙырыу, коммуникативлыҡ аша эшлекле диалог, телмәр үҫтереүгә ирешеү, уҡыусы компетентлығын үҫтереү, үҙ аллы белем алыуға өйрәтеү, үҙ эшеңде баһалау, эшлекле тәнҡит.

12. Дәрестән тыш сараларҙың үҙенсәлекле юлдары, эш формалары:
-тәбиғәт менән аралашыу, экскурсиялар, музейҙар, китапханаларға сәйәхәт;
- түңәрәк өҫтәл(шәхси компетентлыҡ, дискуссия ҡороу оҫталығы):
- конференция (фәнни –ғәмәли, ижади эштәрҙе яҡлау);
- диспут (төрлө темаларға үҙ фекереңде яҡлау, дәлилләү, командала эшләү һәләте);
- мәктәп балалар ойошмаһы. (З.Биишеваның ҒШЭ –һы кеүек);
- олимпиадалар (әҙерлек, еңеүгә ыштылыш тәрбиәләү, ҡатнашырға теләк уятыу, мотивация өҫтөндә эшләү);
- эҙләнеү ғилми эштәре: фольклор экспедицияһы, бер фото, бер ғаилә тарихы, интервью, зарисовка төҙөү;
- крайҙы өйрәнеү (топонимия, ер –һыу атамалары, исемдәре тарихы, данлыҡлы шәхестәре, ҡыҙыҡлы тәбиғәт ҡомартҡылары, уларҙы һаҡлау)

13. Кластан тыш сараларҙың практик һөҙөмтәһе:
-үҙ халҡыңдың әҙәбиәтенә, теленә һөйөү уятыла, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә;
- уҡыусыла үҙ көсөнә ышаныс арта, сөнки һәр кем үҙ шөғөлөн таба ала;
- күмәк кеше араһында үҙеңде тотоу, командала эшләү оҫталығы үҫтерелә;(социаль яҡтан толерантлыҡ)
- үҙен психологик яҡтан яҡларға өйрәнә, башҡалар менән мөнәсәбәттәр төҙөй;
- үҙ –ара аралашыу, дуҫлашыу, һөйләшеү, ярҙам итешеү һәләте тыуҙырыла, психологик яҡтан комфорт, уңайлы аралашыу мөмкинлеге булдырыла.
Читайте нас: