Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Февраль 2020, 18:03

Бәләкәстәр шашка уйнай

13 февралдә “Уралҡай” балар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре араһында шахмат-шашка турниры үтте, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Был юлы ла балалар араһындағы ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Тик шулай ҙа иң отҡорҙар һәм зирәктәр генә еңеүсе исемен яулай алды. Сәмле барған ярышта Айтуған Ибраһимов менән Арина Попова 1-се урынды яуланы, Илдан Кинйәбулатов менән Элина Ҡотлоғужина 2-се урынға сыҡты, 3-сө урында – Оскар Рауилов менән Руфина Абсалиҡова. Балалар шашка уйнаған арала ата-әсәйҙәр араһында ла ҡыҙыу ярыштар барҙы, улар шулай уҡ кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтергән боронғо спорт төрө – шахмат уйынында көс һынашты. Шахмат ярышында Ғайса Әбдрәхимов еңеүсе булды, икенсе урынды Айрат Болғаиров менән Артур Әбдрәхимов бүлештә, өсөнсө баҫҡыста – Руслан Ҡотлогилдин.

13 февралдә “Уралҡай” балар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре араһында шахмат-шашка турниры үтте, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Балалар шашка уйнарға ярата, үҫеп килеүсе быуында түҙемлелек, уйлау һәләте, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә был боронғо уйын төрөнөң роле ҙур. Шуға ла тәрбиәселәр өлкән төркөм балаларын был уйын серҙәренә төшөндөрә. Ә иң иғтибарлы һәм зирәктәрҙе билдәләр өсөн балалар баҡсаһында йыл да ярыштар ойошторолоп тора.
Был юлы ла балалар араһындағы ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Тик шулай ҙа иң отҡорҙар һәм зирәктәр генә еңеүсе исемен яулай алды. Сәмле барған ярышта Айтуған Ибраһимов менән Арина Попова 1-се урынды яуланы, Илдан Кинйәбулатов менән Элина Ҡотлоғужина 2-се урынға сыҡты, 3-сө урында – Оскар Рауилов менән Руфина Абсалиҡова.
Балалар шашка уйнаған арала ата-әсәйҙәр араһында ла ҡыҙыу ярыштар барҙы, улар шулай уҡ кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтергән боронғо спорт төрө – шахмат уйынында көс һынашты. Шахмат ярышында Ғайса Әбдрәхимов еңеүсе булды, икенсе урынды Айрат Болғаиров менән Артур Әбдрәхимов бүлештә, өсөнсө баҫҡыста – Руслан Ҡотлогилдин.
Бөтә еңеүселәр ҙә“Уралҡай” балалар баҡсаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Читайте нас: