Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Февраль 2020, 17:05

Башҡортостан ауылдарына эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләнә

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.
Ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Субсидиялар өс йыл дауамында – 2020-2022 йылдарҙа түләнә. Аҡса йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә.
Документта билдәләнеүенсә, уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алырға хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай.
Был конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡытыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк.
Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: