Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Февраль 2020, 15:12

Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына арналған “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” конкурсының финалы үтте һәм унда сараның еңеүселәре тәбрикләнде.Ошо конкурста беҙ ҙә – Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары үҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡараныҡ. 6-сы класс уҡыусылары Айгөл Ишбаева, Айнур Салауатов, Ильвина Ишемғолова, Надир Киленбаев һәм 2-се класс уҡыусыһы Ләйсән Кинйәбаева менән М.Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?”мәҫәлен сәхнәләштерҙек. Бүрене - Надир, аусыны - Айнур, ҡуян ролен Ләйсән бик оҫта башҡарҙы. Автор һүҙҙәрен тасуири итеп Айгөл һөйләне. Ошо сығышты видеоға төшөрөп, конкурсҡа ебәрҙек. Күп тә үтмәй Өфө ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы алдыҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, конкурстың “5-8-се кластар араһында шиғыр ятлау” номинацияһында 1-се урын алдыҡ.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына арналған “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” конкурсының финалы үтте һәм унда сараның еңеүселәре тәбрикләнде.
15-се тапҡыр ойошторолған был конкурста республика төбәктәренән генә түгел, Македония, Чехия, Минск, Ҡырым һәм башҡа тарафтарҙан әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Бәйге бер нисә өлөштән торҙо: шиғыр һөйләү, яҙыусы әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡул эштәре һәм һүрәт төшөрөү, еңеүселәрҙе билдәләү ҙә ошо номинациялар буйынса башҡарылды.
Мәжит Ғафури фонды тарафынан ойошторолған ижади бәйгелә быйыл 5 йәшлек балаларҙан алып 80 йәште уҙған өлкәндәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең сығышын - видеороликты интернет селтәренә һала, жюри улар араһынан иң яҡшыларын һайлап алды һәм еңеүселәрҙе билдәләне.
Ошо конкурста беҙ ҙә – Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары үҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡараныҡ. 6-сы класс уҡыусылары Айгөл Ишбаева, Айнур Салауатов, Ильвина Ишемғолова, Надир Киленбаев һәм 2-се класс уҡыусыһы Ләйсән Кинйәбаева менән М.Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?”мәҫәлен сәхнәләштерҙек. Бүрене - Надир, аусыны - Айнур, ҡуян ролен Ләйсән бик оҫта башҡарҙы. Автор һүҙҙәрен тасуири итеп Айгөл һөйләне. Ошо сығышты видеоға төшөрөп, конкурсҡа ебәрҙек. Күп тә үтмәй Өфө ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы алдыҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, конкурстың “5-8-се кластар араһында шиғыр ятлау” номинацияһында 1-се урын алдыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының дипломын һәм иҫтәлекле бүләктәрен алып ҡыуандыҡ. Аҙаҡтан М.Ғафуриҙың йорт-музейында булдыҡ, билдәле шағирҙың һәйкәле янында фотоға төштөк. Был сәйәхәттән бик яҡшы тәьҫораттар алып, илһамланып ҡайттыҡ.
Вәхиҙә КИНЙӘБАЕВА , Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: