Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Февраль 2020, 11:21

Азат Йәнгиров Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.
Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Азат Вәзир улы Йәнгиров 1999 йылда — «Милли иҡтисад» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2002 йылда аспирантура тамамлаған. Шул уҡ йылда — иҡтисад фәндәре кандидаты, ә 2006 йылда доцент дәрәжәһен алған. 2009 йылда Һамар дәүләт иҡтисад университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 2018 йылдан — Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты етәксеһе.
Бынан алда Мәғарифты үҫтереү институтына Башҡортостандың элекке мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова етәкселек итте. 2020 йылдың ғинуарында ул был вазифаны ҡалдырҙы.
Читайте нас в