Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғаризалар Башҡортостан Республикаһының мәктәптәргә электрон сират сервисы порталында ҡабул ителә. Порталдағы юғары әүҙемлеккә бәйле битте яңыртыуҙың кәрәк булыуы ихтимал.
Бынан тыш, ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин, тик унда ла йыш ҡына техник эштәр алып барылыуы хаҡында иҫкәртәләр. Шулай уҡ, министрлыҡта хәбәр итеүҙәренсә, ғаризаны ҡағыҙҙа яҙырға мөмкин.