Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Февраль 2020, 00:42

Инесса Косолапова Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Инесса Косолапова Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итә ведомство. Республика башлығы тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Инесса Косолапова Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итә ведомство. Республика башлығы тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Бынан алда Инесса Косолапова Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Республика мәғариф системаһының ресурс үҙәге директоры вазифаһын биләне. Уҙған йылдың аҙағында «Башҡортостандың йәш лидерҙары» республика кадрҙар конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды.
Белешмә. Косолапова Инесса Васильевна 1987 йылдың 29 авгусында Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Өфө китапхана техникумында — лаборант-методист, Өфө китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһында — методист, әйҙәүсе методист, сектор мөдире, 13-сө һөнәри лицейҙа — уҡытыусы, Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән.
Читайте нас: