Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары белем биреү процесын туҡтата. Мәктәптәрҙә кластар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр өлөшләтә ябыла. Бөгөнгә ошондай кластар һәм төркөмдәр – 29, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.
Салауат, Бөрө, Хәйбулла, Учалы, Дыуан, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында дәрестәр туҡтатылған.