Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Ғинуар 2020, 17:00

Ҡоштар -беҙҙең ҡанатлы дуҫтар

“Мораҙым” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары өсөн экологик дәрес үткәрҙе. Был юлы балалар ҡышлаусы ҡоштар тураһында белемдәрен нығытты, уларҙың тормошона бәйле төрлө ҡыҙыҡлы күренештәр менән танышты, яңы мәғлүмәттәр тупланы. Орнитологтар билдәләүенсә, Башҡортостанда 349 төр ҡоштоң барлығы теркәлгән. Шуларҙың 85 төрө ҡышҡыһын да осрай, тимәк, улары ҡышлаусы ҡоштар (улар дүрт төркөмгә бүленә – ултыраҡ, осар, осраҡлы рәүештә ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар). Уҡыусылар шулай уҡ ҡоштар тураһында төрлө һынамыштарҙы өйрәнде, йомаҡ ҡойҙо. Дәрес аҙағында уларға махсус эш – эргә-тирәлә осраған ҡоштарҙы фотоға төшөрөп, күҙәтеүҙәрен дәфтәргә теркәп барыу йөкмәтелде.

“Мораҙым” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары өсөн экологик дәрес үткәрҙе. Был юлы балалар ҡышлаусы ҡоштар тураһында белемдәрен нығытты, уларҙың тормошона бәйле төрлө ҡыҙыҡлы күренештәр менән танышты, яңы мәғлүмәттәр тупланы.
Орнитологтар билдәләүенсә, Башҡортостанда 349 төр ҡоштоң барлығы теркәлгән. Шуларҙың 85 төрө ҡышҡыһын да осрай, тимәк, улары ҡышлаусы ҡоштар (улар дүрт төркөмгә бүленә – ултыраҡ, осар, осраҡлы рәүештә ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар). Уҡыусылар шулай уҡ ҡоштар тураһында төрлө һынамыштарҙы өйрәнде, йомаҡ ҡойҙо. Дәрес аҙағында уларға махсус эш – эргә-тирәлә осраған ҡоштарҙы фотоға төшөрөп, күҙәтеүҙәрен дәфтәргә теркәп барыу йөкмәтелде.
Читайте нас: