Ошо көндәрҙә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығында “Иң яҡшы мәғлүмәт-китапхана үҙәге” республика конкурсына йомғаҡ яһалды, конкурстың еңеүселәрен һәм финалистарын тәбрикләү тантанаһы булды.
Был сара иң шәп мәктәп китапханалары менән таныштырыу, алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолдо.
Унда мәғариф ойошмаларының мәғлүмәт-китапхана үҙәктәре, мәктәп китаханалары ҡатнашты, 37 райондан һәм 5 ҡаланан, 2 дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаһынан 66 мәктәп китапханаһы материалдары тапшырылды.
Конкурс материалдары “Мәғлүмәт-китапхана үҙәге: моделдәр һәм проекттар”, “Уҡытыуҙы таратыу үҙәге булараҡ, ауыл шарттарында хәҙерге мәктәп китапханаһы”, “Мәктәп китапханаһы – белем туплауҙа мәғлүмәт киңлеге үҙәге” тигән номинациялар буйынса баһаланды.
Шулай итеп, комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса конкурс еңеүселәре һәм финалистары билдәләнде. “Мәктәп китапханаһы – белем туплауҙа мәғлүмәт киңлеге үҙәге” номинацияһында Теләүембәт урта мәктәбенең китапханаһы конкурстың финалисы исеменә лайыҡ булды. Мәктәп директоры Хәлил Иҙелбаев менән китапханасы Гөлназ Ҡаразбаеваға БР Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы һәм ноутбук тапшырылды. Афарин! Үҙҙәрен уҡыу-уҡытыу ғына түгел, башҡа өлкәлә лә һынап ҡараған теләүембәт мәктәбенә артабан да уңыштар юлдаш булһын!