Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Ғинуар 2020, 16:55

Ҡабатланмаҫ йәшлек яҙҙарына аяҡ баҫа һылыу ҡыҙҙар...

Әле уҡып йөрөгәндәр ҙә, ҡасандыр шул бәхетте кисергәндәр ҙә студент йылдары - йәшлектең иң сағыу, ҡабатланмаҫ, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ осоро икәнлеген инҡар итмәҫ, моғайын. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан-йыл белемгә ынтылыш көсәйә, урта махсус һәм юғары уҡыу йортарына уҡырға инеүселәр һаны арта бара. Мораҡ ауылы һылыуҡайҙары – Наҙгөл Рафиҡова, Юлиә Садиҡова, Дилара Ваһапова, Рузилә Сәйетбатталова, Әлфиә Иҙрисова һәм Гөлназ Байморатовалар бөгөнгө студенттар рәтен тулыландыра. Был 17-18 йәшлек ҡыҙҙарҙы 15 йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләй: сөнки улар Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында саҡта уҡ танышып дуҫлашҡан.

Әле уҡып йөрөгәндәр ҙә, ҡасандыр шул бәхетте кисергәндәр ҙә студент йылдары - йәшлектең иң сағыу, ҡабатланмаҫ, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ осоро икәнлеген инҡар итмәҫ, моғайын. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан-йыл белемгә ынтылыш көсәйә, урта махсус һәм юғары уҡыу йортарына уҡырға инеүселәр һаны арта бара. Мораҡ ауылы һылыуҡайҙары – Наҙгөл Рафиҡова, Юлиә Садиҡова, Дилара Ваһапова, Рузилә Сәйетбатталова, Гөлназ Байморатовалар бөгөнгө студенттар рәтен тулыландыра, уларҙың әхирәте Әлфиә Иҙрисова иһә быйыл студент булырға йыйына.
Был 17-18 йәшлек ҡыҙҙарҙы 15 йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләй: сөнки улар Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында саҡта уҡ танышып дуҫлашҡан.
Бөгөн уларҙың бишәүһе студент: Наҙгөл
академик Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университетында, Гөлназ Һамар дәүләт медицина университетында, Юлиә Өфө дәүләт нефть-техник университетында, Дилара Өфө дәүләт авиация университетының Күмертау ҡалаһындағы филиалында, Рузилә Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында белем ала. Әлфиә әлегә иһә Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 11-се класында, ул да берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инер, иншә Аллаһ!
- Бала саҡта барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ ғүмерлек тип иҫәпләйбеҙ. Төрлөбөҙ төрлө яҡта булһаҡ та, телефон, интернет аша бер-беребеҙҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ, һағынып киткәндә осрашып та алабыҙ.
Бөгөнгө уҡыусыларға шуны әйтер инек: иң беренсе - БДИ-нан ҡурмағыҙ, тиер инек. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Тырышлыҡ һалғанда, имтихандарҙы бер ниндәй ярҙамһыҙ үҙеңә бирергә була. Йәнә маҡсат ҡуйып, үҙ хыялдарығыҙға табан ҡыйыу юл ярығыҙ! Йәшлек бер генә килә, уның һәр көнөн күңелле лә, файҙалы ла үткәрергә яҙһын. Ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә уҡыуға ла, уҡыу йортонда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрөргә була, - ти бөгөнгө студенттар.
Алдарына етди маҡсаттар ҡуйған тырыш ҡыҙҙар киләсәктә лә һынатмаҫ, үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса бына тигән белгестәр булырҙар, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: