Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ғинуар 2020, 12:05

Маҡсатлы, тырыш егет ул Айнур

Районыбыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған, заман менән бергә атлаған ҡыйыу һәм маҡсатлы, белемгә ынтылышлы йәштәрҙең байтаҡ булыуы – оло ҡыуаныс. Мораҡ ауылы егете Айнур Арыҫланбәков та тап ана шундайҙар рәтен тулыландыра. Ул – Өфө дәүләт авиация-техник университетының 2-се курс студенты. Мораҡ Башҡорт гимназияһында уҡыған Айнур (коллегабыҙ Айгөл Айытҡолованың улы) беҙҙең күҙ алдында үҫеп буй еткерҙе. Урындағы сәнғәт мәктәбенең “Хореография” бүлегендә шөғөлләнгән сағында район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә өҙә баҫып бейегәне лә, аҙаҡ “Мәрхәмәтле йөрәк” ирекмәндәр ойошмаһы башҡарған йәмәғәт эштәрендә һәм гимназияның “КВН” командаһы сығыштарында әүҙемлек күрһәткәне лә хәтерҙә.

Районыбыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған, заман менән бергә атлаған ҡыйыу һәм маҡсатлы, белемгә ынтылышлы йәштәрҙең байтаҡ булыуы – оло ҡыуаныс. Мораҡ ауылы егете Айнур Арыҫланбәков та тап ана шундайҙар рәтен тулыландыра. Ул – Өфө дәүләт авиация-техник университетының 2-се курс студенты.
- Төплө белемле, һөнәрле булыу – заман талабы. Миңә иҡтисад һәм идара итеү институты факультетында персонал менән идара итеү йүнәлешендә белем алыуы бик оҡшай. Уҡыуҙа өлгәшергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табырға тырышабыҙ, уҡырға ҙур теләгең һәм әүҙемлегең булғанда ғына, студент тормошо күңелле, - ти ул ихлас күңелдән.
Мораҡ Башҡорт гимназияһында уҡыған Айнур (коллегабыҙ Айгөл Айытҡолованың улы) беҙҙең күҙ алдында үҫеп буй еткерҙе.
2018 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙ теләге менән ошо университетҡа уҡырға инде. Ысын башҡорт рухлы, бөркөттәй сая егеткә баш ҡалала яңы мөмкинлектәр асылды.
Уҡыуҙан һуң иптәштәре менән фитнес-клубта бокс секцияһында шөғөлләнгән тырыш егет хәҙер спортта апаруҡ ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Бокс буйынса уҙғарылған университет чемпионатында ике йыл рәттән призлы урындар яулаған.
Һөйөклө әсә-атаһының да ғорурлығы, ныҡлы терәге булған, үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға мотлаҡ ирешергә өйрәнгән етди ҡарашлы, белемгә ынтылышлы егет тағы ла яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөр һәм киләсәктә үҙен намыҫлы һөнәрмән итеп күрһәтер әле.
Читайте нас: