Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Ғинуар 2020, 17:25

Эҙләнеүҙәр аша яңы белемгә ынтылып

9 ғинуарҙа Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре буйынса район конкурсының йомғаҡлау этабы булараҡ сираттағы 8-се фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда 1-11 кластарҙа белем алыусы 86 уҡыусының эше ҡатнашты.

Бәләкәй бала сабый ғына сағынан уҡ ата-әсәһе ярҙамы менән йәки үҙе генә нимәнелер күҙәтә, тикшерә, эҙләнә, үҙен уратып алған тирә-йүнде оло ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Шулай булғас бала үҙе лә һиҙмәҫтән эҙләнеү эштәрендә ҡатнаша. Яңынан-яңы тәҫораттар алырға теләү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, эксперименттар эшләү, дөрөҫөн белергә теләп үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар эҙләү – һәр мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшекендәге баланы һүрәтләүсе мөһим һыҙаттарының береһе.
Район уҡыусыларының һәр йыл һайын тикшеренеү эштәре конкурстарында ҡатнашыуы үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай: 2019 йылда беҙҙең райондан 40 бала республика фәнни-тикшереү конференцияларында һәм конкурстарында призлы урындар яуланы.
9 ғинуарҙа Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре буйынса район конкурсының йомғаҡлау этабы булараҡ сираттағы 8-се фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда 1-11 кластарҙа белем алыусы 86 уҡыусының эше ҡатнашты. Конференция ике өлөштән торҙо, пленар өлөштә былтырғы республика фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу һөҙөмтәләрҙе барлап, яңы маҡсаттар билдәләнде. Практик өлөштә эш бөтәһе 18 секция буйынса алып барылды, унда ҡатнашыусылар жюри алдында үҙ эштәрен яҡланы. Йәш тикшеренеүселәрҙе төрлө проблемалар ҡыҙыҡһындырҙы, улар араһында көнкүреш тормошҡа ҡағылғандары ла, тотош йәмғиәтте борсоғандары ла бар ине. Проекттар өҫтөндә эшләгәндә уҡыусылар төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләргә, китапханаларҙа, интернет селтәрендә кәрәкле мәғлүмәт табырға, социологик һорауламалар үткәрергә өйрәнде.
Балаларҙы күп нәмә ҡыҙыҡһындырған, мәҫәлән Воскресенск мәктәбенән Айтуған Ишбаев ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн инкубатор эшләгән, Йомағужа 2-се урта мәктәбенән Ангелина Лаврикова дегәнәктең файҙалы яҡтарын өйрәнгән, Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Камил Сабашев робот уйлап тапҡан һәм уның ярҙамында математика иҫәптәрен башҡарҙы. Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Динә Рафиҡова кейемдәрҙең сифатын тикшереп, уның балалар һаулығына нисек тәьҫир итеүен күрһәтте. Волостновка мәктәбе уҡыусылары ионистр, һыуыҡ аккумуляторы кеүек прибоҙар уйлап тапҡан, Тәүәкән мәктәбе уҡысылары билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен анализланы.
Конференция һөҙөмтәләре буйынса һәр предмет секцияһында 1, 2, 3-сө урын алыусыларға район мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары тапшырылды, башҡа ҡатнашыусыларға сертификаттар бирелде.
Район фәнни-ғәмәли конференцияһында Йомағужа 2-се урта мәктәбенән Ангелина Лаврикова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Аделина Әхмәрова, Әминә Сабашева, Динә Рафиҡова, Камил Сабашев, Мәҡсүттән Самира Әбдрәхимова, З.Биишева исемендәге мәктәптән Әдилә Фәизова, Күгәрсендән Артур Ваһапов, Воскресенктан Айтуған Ишбаев, Полина Мирошниченко, Ралина Иҫәнбаева, Теләүембәттән Асиф Сурин, Башҡорт гимназияһынан Алһыу Ғәббәсованың эштәре иң яҡшылары тип танылды.
Конференцияла еңеп сыҡҡан балаларҙың эштәре Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә үткән республика конкурсында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйек!
Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА, район мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры.
Читайте нас: