Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ғинуар 2020, 14:20

Эй, күңелле ҡышҡы каникулдар!

5 ғинуарҙа Хоҙайбирҙин мәктәбе каникулға ҡарамай шау-гөр килде. Республикабыҙҙың һәр мәктәбендә үткәрелгән «Яңы йыл ғаилә уйындары- 2020” сараһы мәктәп коллективы тарафынан юғары кимәлдә ойошторолдо.

“Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух”, тип оҙаттылар үҙҙәренең уҡыусыларын ҡышҡы каникулға Хоҙайбирҙин урта мәктәбе уҡытыусылары. Ысынлап та, көндәр матур, ҡар етәрлек, әйҙә, рәхәтләнеп сана, саңғы шыу, ҡар бабай яһа, ҡар бәрешеп уйна - дәреслектәрҙән арынып, кинәнеп ял ит, бала-саға.
Беҙҙең Ялсы ауыл биләмәһендә уның өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған: Яңы йыл байрамдары алдынан ғына күптән көткән хоккей майҙансығы асылды, шулай уҡ Хоҙайбирҙин ауылы артында ғына урынлашҡан Исхаҡ тауында эшләй башлаған тюбинг трассаһы ла балаларға һәм ололарға Ҡыш бабай бүләге булды. Хоккей майҙансығы иртәнән кискә тиклем шау-гөр килә, физкультура уҡытыусыһы Ришат Шәрәфетдин улына байрамда ла ял юҡ, ҡар баҫып китһә, уны таҙартыуҙы ойоштора, балалар менән сәкән һуғырға ла өлгөрә. Барыһына ла өлгөрә тырыш ауыл уҡытыусыһы.
5 ғинуарҙа Хоҙайбирҙин мәктәбе каникулға ҡарамай шау-гөр килде. Республикабыҙҙың һәр мәктәбендә үткәрелгән «Яңы йыл ғаилә уйындары- 2020” сараһы мәктәп коллективы тарафынан юғары кимәлдә ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп фойеһында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алдылар һәм спорт залына оҙаттылар. Был уйындарҙа Ялсы, Түбәнге Һапаш һәм Хоҙайбирҙин ауылдарының спорт һөйөүсе иң әүҙем, дәртле ғаиләләре сәмләнеп ярышты, рәхәтләнеп балалары менән бергә уйнаны.
Байрамда бөтәһе 8 ғаилә ҡатнашты. Иң тәүҙә сәләмләү һүҙе менән мәктәп директоры Ишкинина Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы сығыш яһаны. Аҙаҡтан һүҙҙе Ришат Шәрәфетдин улы алды, ул уйындың маҡсаттары һәм шарттары менән таныштырып үтте. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ишкинина Филүзә Тимерхан ҡыҙы ата-әсәләр һәм балалар өсөн физик күнекмәләр яһатты.
Ғаилә уйындары бик ҡыҙыу барҙы, атай-әсәйҙәр улдары һәм ҡыҙҙары менән “Змейка”, “Пингвиндар”, “Навигатор”, “Гимнастика”, “Картуф сәсеү” эстафеталарында көс һынашты. Балаларҙың атай-әсәйҙәре менән дәртләнеп ярышыуҙарын ҡарау ҡыҙыҡ булһа, әсәйҙәрҙең үҙ ғаилә ағзаларын дәртләндереүҙәре, атайҙарҙың ысын күңел биреп ярышыуҙары күңелгә үтте. Был ысын мәғәнәһендә татыу ғаилә байрамы булды. Бына сәмле ярыш тамамланды, еңеүселәрҙе тәбрикләү ваҡыты ла етте. 1-се урынды Хоҙайбирҙин ауылынан ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләүсе йәш ғаилә - Ғәҙелевтар яуланы. 2-се урынды Түбәнге Һапаш ауылынан дәртле, бер спорт сараларынан да ситтә ҡалмаған, шулай уҡ өс бала тәрбиәләүсе Кирәйевтар ғаиләһе алды. 3-сө урынды Хоҙайбирҙин ауылынан өс ғаилә бүлеште: Хоҙайғоловтар, Зөлҡәрнәйевтар һәм Вәлитовтар. 4-се һәм 5-се урындарҙы күп бала тәрбиәләүсе Мусиндар, Вәлитовтар һәм Моратовтар алды. Байрам аҙағында “Яңы йыл ғаилә уйындары”н үткәреүҙе ойоштороусы мәктәп коллективына рәхмәт һүҙе менән ата-әсәләр исеменән Резеда Казбулатова сығыш яһаны. Барлыҡ ғаиләләргә лә Почет грамоталары тапшырылды, күңелле сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Дилбәр ӘМИРХАНОВА, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: