Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ғинуар 2020, 14:35

Ғаилә уйындарында күңелле ял итеп

Ҡышҡы каникулдар ваҡытында Яңы Хвалын урта мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары” уҙғарылды. Һәр яҡлап фәһемле сараға башланғыс кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырылды. 7 ауылдан бөтәһе 14 пар килде

Тәүҙә физкультура фәне буйынса төрлө конкурс, олимпиадаларҙың еңеүселәре гимнастика буйынса флешмоб үткәрҙе. Зөлфиә Ҡунысбаева башҡарған моңло йыр бөтәһенә лә байрам кәйефен бүләк итте.
Артабан атаәсәләр балалары менән парлашып етеҙлеккә, физик ныҡлыҡҡа имтихан тотто. Биремдәрҙең бер нисәһе туп һәм ҡуласа менән идара итеү оҫталығын асыҡлауға йүнәлтелде. Шәп йүгереү, һикереү буйынса маһирлыҡ та талап ителде спортсыларҙан. Уйындарҙы мәктәптә физик культура дәрестәрен уҡытҡан Илнур Ҡунысбаев үткәрҙе. Ҡыҙыу барған ярыштарҙа етеҙлеге, шәплеге менән айырылып, иң күп мәрәй йыйыусылар еңеүсе тип табылды. Гран-приға Рәйлә Килсенбаева менән Риназ лайыҡ булды. 1-се урынды – Надир Абдуллин менән Ғаяз, 2-се урынды – Фәнүс Абдуллин менән Латип, 3-сө урынды Салауат Иҙрисов менән Илсур яуланы. Мәктәп директоры Айгөл Килсенбаева еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Дөйөм сараны күңелле, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуға Гөлфиә Сөләймәнова тырышлыҡ һалды.
Ғаилә уйындары, ысынлап та, ата-әсәләр һәм балаларға күңелле ял бүләк итте, уларҙа тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Азамат АЛЛАМОРАТОВ,
Яңы Хвалын урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас: