Каникул ваҡытында Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Уларҙың береһе - “Яңы йыл ғаилә уйындары”. "Күңелле старттар" эстафетаһы формаһында үткәрелгән был сарала уҡыусылар үҙҙәренең ата-әсәләре менән ҡатнашты.