Иң күңелле байрамдарҙың береһе – Яңы йылды ололар ҙа, балалар ҙа ашҡынып көтөп ала. Тәүгеләре өсөн ул оло өмөттәр, яҡты хыялдар, яңы маҡсаттар, ниәттәр менән бәйле булһа, йәш быуын өсөн серле әкиәт донъяһына тиң. Республикабыҙҙың 114 уҡыусыһы өсөн дә Мәскәүҙә уҙған Кремль Шыршыһына барып ҡайтыу мөғжизәгә бәрәбәр булған.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған меңдәрсә балалар араһында беҙҙең йәш райондашыбыҙ – Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Данир Зәйнетдинов та бар ине. Башланғыс кластарҙа ғына уҡыһа ла, үҙен шашка буйынса республика кимәлендә танытып өлгөргән йәш спортсы ул! Район данын республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй ярыштарында ла яҡлап, күп тапҡырҙар призлы урындарға лайыҡ булған. Әйткәндәй, ул рус шашкаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составына индерелгән, быйыл шашка буйынса 2-се өлкәндәр разрядын алған.
Данир бик әүҙем уҡыусы, шашканан тыш башҡа спорт төрҙәре менән дә ҡыҙыҡһына, музыка һәм бейеү менән шөғөлләнә, “бишле”гә генә уҡый.
- Мәскәүҙәге Шыршы байрамы бик оҡшаны, күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, - ти ул.