Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Декабрь 2019, 12:40

Әҙәби марафон уҙғарылды

14 декабрҙә Теләүембәт урта мәктәбендә 5-се, 9-10-сы кластар араһында Башҡорт теле көнөнә арналған “Әҙәби марафон” үткәрелде.

14 декабрҙә Теләүембәт урта мәктәбендә 5-се, 9-10-сы кластар араһында Башҡорт теле көнөнә арналған “Әҙәби марафон” үткәрелде.
Кластан тыш сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижадына арналды. Уҡыусылар уның шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, тормош юлы һәм ижады буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. “Туған тел” шиғыры буйынса флешмоб үткәрелде.
Юғары кластар араһында Вәлишина Гөлназ, Йомағужина Яҙгөл, 5-се кластар араһында Ишемғолова Фәнзилә, Юлдашбаев Тимур, Сәғитов Илшат, Сәлихов Алмаз, Ҡотлогилдина Рима Р.Ғарипов шиғырҙарын “Иң оҫта һөйләүселәр” булараҡ танылды. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса үткәрелгән викторинала Ишемғолова Айһылыу, Мөхәмәтов Ислам, Әлибаева Наҙгөл “Шағирҙың ижадын яҡшы белеүселәр” булараҡ танылды. Был сара уҡыусыларым күңелендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанам.
Замир ХАРРАСОВ, Теләүембәт урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: