Һөҙөмтәләрҙе, ҡаҙаныштарҙы барлап, йылға йомғаҡ яһағанда мәғариф бүлеге лә “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе еңеүсеһен билдәләне. Быйыл унда 13 уҡытыусы көс һынашты. Аҙна дауамында барған конкурста педагогтар үҙҙәре уҡытҡан предмет буйынса ижади йүнәлештә көс һынашты - асыҡ дәрес, эссе яҙҙы, интернет-ресурс, уҡытыусы эшмәкәрлеге тураһында видеоролик әҙерләне, оҫталыҡ дәрестәре, мәғариф проекты кеүек этаптарҙа ҡатнашты, түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһаны.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов ҡатнашты.
Уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, Ғайса Ғилметдин улы теләктәрен дә еткерҙе:
- Уҡытыусы һәр заманда ла иң кәрәкле, иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Ул - һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә. Һәр балаға ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә 21 быуатта, үҙен табырға ярҙам иткән, уның шәхес булып формалашыуына ыңғай йоғонто яһаған талапсан да, мәрхәмәтле лә кеше ул уҡытыусы. Уҡыусыларға ҡарата талаптарығыҙ нығыраҡ булһын ине. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Балаларға әле ауыр тойолһа ла, аҙаҡ улар барыбер һеҙгә рәхмәтле буласаҡ, - тине ул.
Конкурс комиссияһы рәйесе булараҡ, Рәсүл Радик улы ла бәйгеселәрҙең эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, ыңғай баһа бирҙе, “бындай уҡытыусылар менән райондың ғына түгел, республиканың, илебеҙҙең киләсәге, һис шикһеҙ, яҡты һәм ышаныслы” тип билдәләне ул.
Һөҙөмтәләр буйынса Мораҡ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Табулдина (балаларҙы шәхес булараҡ үҫтереүгә көс һалып, дәрестәрҙе лә шул маҡсатҡа ярашлы һөҙөмтәле алып бара), Исем урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Ғәипйәнова (ул алып барған сайт мәғлүмәттәргә бай булыуы менән айырылып тора, балаларҙы тәнҡитле фекерләргә, үҙаллы эшләргә өйрәтеүе менән баһалама ағзаларының ихтирамын яуланы), Мораҡ 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Оксана Кәримова – конкурс лауреаты; “Педагогик дебют” номинацияһында - Йомағужа 1-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Екатерина Әһлиуллина, “Йыл асышы”нда – Воскресенск урта мәктәбенең тарих һәм технология уҡытыусыһы Әхмәт Ишбаев билдәләнде.
“Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһында Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова - еңеүсе, Мәҡсүт мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лениза Смирнова – бәйге лауреаты, Ҡалдар мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Мөфтәхетдинова “Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау” номинацияһында призға лайыҡ булды.
“Йәш уҡытыусы – 2020” номинацияһында Волостновка мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Ғилманова “Һөнәри оҫталыҡ һәм эшкә ижади ҡараш өсөн” бүләкләнһә, Яңы Хвалын мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Илүзә Дәүләтбаева еңеүсе итеп билдәләнде. Бәйге комиссияһы уның асыҡ дәрестә балаларҙың иғтибарын уйын формаһында йәлеп итеп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен ыңғай баһаланы.
“Башҡорт теле йыл уҡыусыһы – 2020” номинацияһында - Мораҡ 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Бикбаева (бәйге барышында заманға ярашлы алдынғы методикаларҙы урынлы ҡулланыуы яҡшы һөҙөмтә бирҙе, оҫталыҡ дәресендә “Тәнҡитле фекерләү” технологияһы аша балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә иң отошло эш алымдарын ҡулланып, үҙ тәжрибәһе менән бүлеште, һөнәренең оҫтаһы булараҡ танылды), “Әүҙем гражданлыҡ позицияһы” номинацияһында - Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Азаматова, ә Йомағужа 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Вәлитова “Йыл уҡытыусыһы -2020” бәйгеһенең район этабының еңеүсеһе итеп танылды.
Бәйгелә ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың барыһына ла бүләк сертификаты, конкурс материалдары тупланған диск тапшырылды, еңеүселәр Күгәрсен район хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде, лауреттар һәм номинацияла билдәләнгән уҡытыусылар мәғариф бүлеге дипломы менән билдәләнде.
Байрам сараһын уҡыусыларҙың, район мәҙәниәт һарайы артистарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.