Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Декабрь 2019, 13:30

Мәрхәмәт көсө (Һыуыҡбай әкиәте)

Борон-борон заманда йәшәгән, ти ҡыш хужаһы Ҡыш бабай. Уның ейәнсәре Ҡарһылыу бик-бик һылыу икән. Күлдәгенең ситтәре көмөш ептән сигелгән, алтын йондоҙҙар балҡып торған. Ҡарһылыуҙың керпектәренән нур тамған, биттәрендәге алһыулыҡтан алма ла көнләшкән, ти. Тик көтмәгәндә бәлә килгән. Яңы йыл байрамына әҙерләнеп йөрөгәндә генә Ҡарһылыуҙы Дейеү урлап алып киткән. Әкиәттең дауамы - сайтта.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти ҡыш хужаһы Ҡыш бабай. Уның ейәнсәре Ҡарһылыу бик-бик һылыу икән. Күлдәгенең ситтәре көмөш ептән сигелгән, алтын йондоҙҙар балҡып торған. Ҡарһылыуҙың керпектәренән нур тамған, биттәрендәге алһыулыҡтан алма ла көнләшкән, ти.
Тик көтмәгәндә бәлә килгән. Яңы йыл байрамына әҙерләнеп йөрөгәндә генә Ҡарһылыуҙы Дейеү урлап алып киткән. Ҡыш бабай ныҡ илаған, уның күҙ йәшенән хатта ҡарҙар ирегән. Шунда иң өлкән улы Һыуыҡбай, атаһын йыуатып, былай тигән:
-Атай, илама, ҡыш булғас, ҡыш булһын. Байрам алдынан ямғыр яуҙырып, ҡар иретеү килешмәҫ. Күрерһең, мин һеңлемде барыбер табып алып ҡайтырмын.
Читайте нас: