Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Декабрь 2019, 11:38

Алты грант эйәһе – беҙҙең райондан

Ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән бер төркөм йәш уҡытыусыға грант тапшырҙы. Проектта 35 йәше тулмаған, ауыл (халҡы 10 меңдән артмаған) мәктәбендә эшләү стажы ике йылдан да кәм булмаған уҡытыусылар ғына ҡатнаша ала. 600 мең һумлыҡ грантты торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла, квалификация күтәреү маҡсатында уҡыуға ла, ял итеүгә лә, хатта машина һатып алыуға ла тотонорға була.Шуныһы ҡыуаныслы, грантҡа лайыҡ булған йөҙ йәш белгестең алтауһы - беҙҙең райондан.Тулы мәғлүмәт - гәзиттең рәсми сайтында.

Ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән бер төркөм йәш уҡытыусыға грант тапшырҙы.
Проект шарттары буйынса унда 35 йәше тулмаған, ауыл (халҡы 10 меңдән артмаған) мәктәбендә эшләү стажы ике йылдан да кәм булмаған уҡытыусылар ғына ҡатнаша. Кәрәкле документтарҙы БР Мәғариф һәм фән министрлығында ҡабул итәләр. Тулы мәғлүмәт менән уларҙың рәсми сайтында ла танышырға мөмкин.
600 мең һумлыҡ грант перспективалы йәш белгестәргә ярҙам итеү өсөн быйыл июлдә булдырылғайны. Уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла, квалификация күтәреү маҡсатында уҡыуға ла, ял итеүгә лә, хатта машина һатып алыуға ла тотонорға була.
Шуныһы ҡыуаныслы, грантҡа лайыҡ булған тәүге йөҙ йәш белгестең алтауһы - беҙҙең райондан. Бына улар: Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илдар Сыңғыҙов, ошо уҡ мәктәптең тарих уҡытыусыһы Розалия Әбдрәхимова, биология һәм химия уҡытыусыһы Зөһрә Төхвәтуллина, Мораҡ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнара Баймырҙина, Воскресенск урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Илназ Буранбаев, Йомағужа 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Лариса Цырулина.
Киләһе йыл гранттар һанын 150-гә тиклем арттырыу күҙаллана. Йәш белгестәрҙе лайыҡлы бүләктәре менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: