Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2019, 18:00

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһаҙландырыу өсөн сертификаттарҙы ҡайһы мәктәптәр алды?

"Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, Башҡорт теле көнө алдынан республиканың район-ҡала мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Комиссия һайлап алған Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты, Баймак ҡалаһының 4-се лицейы, Бөрө ҡалаһының 4-се мәктәбе, Өфө ҡалаһының 123-се лицейы, Мәләүез районының 1-се гимназияһы, Белорет ҡалыһының 21-се мәктәбе, Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, Өфөнөң 38-се мәктәбе, Йылайыр районының Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, Нуриман районының Ҡыҙылъяр мәктәбе, Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты, Архангел районының М. Горький мәктәбе, Ауырғазы районының Талбазы лицейы, Хәйбулла районының Өфө ауылы мәктәптәре араһында Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы ла бар.

Быйыл мәктәптәргә заман талаптарына яуап биргән, ноутбуктар, мультимедиялы проектор һәм интерактив таҡталар менән йыһазландырылған 16 мультимедиялы комплекс һатып алыу өсөн аҡса бүленгән.
Читайте нас: