“Уралҡай” балалар баҡсаһында башҡорт теле көнө уңайынан Башҡортостандың, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған шиғыр һөйләү конкурсы үткәрелде.
Уртансы, өлкән һәм әҙерлек төркөмдәренән тыш, бәйгелә ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә ҡатнашты.
Тел һәм рухиәт байрамы “Алмаҡай” төркөмө башҡарыуында “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән башланып китте. Тәүгеләрҙән булып уртансы төркөм сығыш яһаны, ҡайһыларының әле дүрт йәштәре лә тулмаған ( иң бәләкәстәре - "Ҡояшҡай" төркөмөнән, тәрбиәселәре Әминә Айытҡолова) , яңы-яңы ғына матурлап теле нығынған бәләкәстәрҙең рухлы шиғырҙар һөйләп тороуы ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс һәм һоҡланғыс күренеш ине.
Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре иһә ҡыйыуыраҡ та, әҙерлеклерәк тә килгән сараға. Ни тиһәң дә, балалар баҡсаһында үткән бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән балалар улар. Милли күлдәктәр кейеп, сәстәренә сулпы таҡҡан ҡыҙҙарға ҡарап, милләтебеҙҙең киләсәге матур икәнлегенә инанаһың. Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән педагогтар хеҙмәте был тәңгәлдә оло баһаға лайыҡ.
Әҙерлек төркөмөнөң дә сығыштарын ҡарап, мәктәптәрҙә башҡорт кластарын тулыландырырлыҡ уҡыусылар күп буласаҡ тигән өмөт саҡтылары ҡабынды күңелдә.
Рухиәт байрамында атай-әсәйҙәрҙең дә ҡатнашып, әүҙемлек күрһәтеүе ҡыуандырҙы. "Килде лә, шиғыр һөйләне лә ҡайтты" түгел, бөтәһе лә сараға оло яуаплылыҡ менән ҡараған, милли кейемдәрен дә тапҡан, сығышын музыкаль яҡтан да биҙәгән. “Бәйембәт” этно-рок төркөмөнән Рәсих Садиҡов, Ленар Сәйфетдинов ағайҙарының думбырала, ҡурайҙа уйнап, өзләп йырлаған сығыштарын балалар тын да алмай тыңлап ултырҙы, ҡул сабып алҡышланы.
"Алмаҡай"ҙың - "Косилка-молотилка", "Ҡояшҡай"ҙың "Бишбармаҡ" бейеүҙәре лә, йырҙар ҙа сараға байрамса төҫ бирҙе.
Тәрбиәселәр ҙә юғары кимәлдә әҙерләнгән. Хәйер, улар ниндәй генә сарала ла ошо кимәлдән төшмәҫкә тейештер, ни генә тиһәң дә, улар тәрбиәләнеүселәренә - һәр яҡлап өлгө.
Шулай ҙа, “Бәпембә” төркөмө тәрбиәсеһе Рәзилә Вәлиева тураһында яҙмау яҙыҡ булыр: телгә яҙмышына, рух ныҡлығына, милләт асылына бәйле заман проблемаһын асыҡтан-асыҡ яҡтыртҡан шиғырҙы бөтә күңеле менән нескәлектәрен тойоп, тамашасыға еткерҙе.
Конкурста Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның да, халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Кәтибә Кинйәбулатова, Абдулхаҡ Игебаев, Лариса Абдуллина, Фирүзә Абдуллина һәм башҡа әҙиптәрҙең тел, тыуған яҡ, тыуған ил тураһындағы шиғырҙары яңғыраны.
Гөлфиә ИСКӘНДӘРОВА, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Ябай ғына шиғыр һөйләү конкурсы был хәтлем дә юғары кимәлдә үтер тип уйламағайыным, дөрөҫөн әйткәндә. Башҡорт теленең бәҫен күтәргән, балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тәрбиәләгән үҙенсәлекле сара ғына түгел, тотош рухиәт байрамы тип атар инем мин уны. Әле мәктәп уҡыусылары өсөн ауыр бирелгән Зәйнәб Биишеваның “Моң шишмәһе һандуғастай...” шиғыры, Баязит Бикбай, Рәми Ғариповтарҙың шиғырҙарын яттан һөйләп торған бәләкәстәргә нисек кенә һоҡланмайһың инде! Уларға ҡарап, милләтебеҙҙең киләсәге, ысынлап та, ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтә алам. Ата-әсәләргә лә, балалар менән бер ҡаҙанда ҡайнап, уларға үрнәк тә, терәк тә булып, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт. “Уралҡай” балалар баҡсаһы – тел һағында торған белем усағы икәнлегенә инандым бөгөн.
Баһалама ағзаларына ла - ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәрова, район мәғариф бүлеге мәктәпкәсә белем биреү биреү бүлеге методисы Валентина Панаева, балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Фәйезоваға ла, шул иҫәптән миңә лә, еңелдән булманы.
Шиғыр һөйләү оҫталығын һынап ҡараған 21 бала араһынан кемеһендер айырып билдәләүе лә еңел түгел: бала күңеле ихласлыҡ, рух бөркөп кенә тора! Ҡатнашыусыларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, һәр береһенә айырым рәхмәт әйтеп, почет грамоталары, дипломдар тапшырылды. Балаларға дипломға ҡушып, китап та бүләк итте ойоштороусылар. Әйткәндәй, матур, сағыу китаптар алыуға бағыусылыҡ ярҙамын район советы рәйесе Айрат Болғаиров күрһәткән.
Сараның бер тынала ғына, йәнле итеп үтеүендә башҡорт теле уҡыусыһы Гәүһәр Болғаирова, методист Әлфиә Айытова, музыка етәксеһе Светлана Фәхретдиноваларҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
"Уралҡай" балалар баҡсаһы милли йүнәлештә киләсәктә лә һөҙөмтәле эшләүен дауам итер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Шиғыр һөйләү оҫталығы буйынса бүләкләнеүселәр исемлеге тиҙҙән балалар баҡсаһының рәсми сайтында ла баҫылып сығыр.