Мораҙым
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Декабрь 2019, 18:05

Мөғжизәләр иленә сәйәхәт

“Мораҙым” тәбиғәт паркы “Тәбиғәт мөғжизәләре” тигән ижади конкурсты йомғаҡлап, балалар ижады үҙәге менән берлектә балалар баҡсаһында күргәҙмәләр ойошторҙо. Үҙенсәлекле экологик бәйге шарттары буйынса балалар ҡул аҫтындағы тәбиғи материалдарҙан, ташландыҡтан төрлө әйберҙәр эшләргә тейеш ине. Бала күңеле, бала аңы фантазияға бай – нимә генә юҡ күргәҙмәлә! Ағастан, тубырсыҡтан, кәрәкмәгән дискыларҙан, кипкән япраҡтарҙан, пластик һауыттарҙан тотош “урман донъяһы” барлыҡҡа килгән дә ҡуйған!

“Мораҙым” тәбиғәт паркы “Тәбиғәт мөғжизәләре” тигән ижади конкурсты йомғаҡлап, балалар ижады үҙәге менән берлектә балалар баҡсаһында күргәҙмәләр ойошторҙо.
Үҙенсәлекле экологик бәйге шарттары буйынса балалар ҡул аҫтындағы тәбиғи материалдарҙан, ташландыҡтан төрлө әйберҙәр эшләргә тейеш ине. Бала күңеле, бала аңы фантазияға бай – нимә генә юҡ күргәҙмәлә! Ағастан, тубырсыҡтан, кәрәкмәгән дискыларҙан, кипкән япраҡтарҙан, пластик һауыттарҙан тотош “урман донъяһы” барлыҡҡа килгән дә ҡуйған!
Күргәҙмә район балалар китапханаһында, “Уралҡай” балалар баҡсаһында ҡуйылды, балалар баҡсаһында экологик дәрестәр ҙә үткәрелде. Үткән аҙнала иһә “Мораҙым” тәбиғәт паркы методисы Эльвира Аллағужина “Уралҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Унда өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө мауыҡтырғыс сарала ҡатнашты.
Балалар районыбыҙҙың данлыҡлы тәбиғәт мөйөшө – Мораҙым тарлауы, мәмерйәләр, унда йәшәгән йәнлектәр менән танышты, ҡарҙағы эҙҙәренән төрлө йәнлектәрҙе таныны,уларҙың йәшәү рәүешен өйрәнде.
Уйын рәүешендә барған танып белеү дәресендә балалар тәбиғәт, хайуандар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетте, белемдәрен нығытты, әйләнә-тирә тәбиғәтте һаҡларға, кейек-йәнлектәрҙе яҡларға кәрәклегенә төшөндө.
- Бындай сараларҙы йыш үткәрергә тырышабыҙ, ни өсөн тигәндә, беренсенән, балалар өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы донъя ул тәбиғәт; икенсенән, тәбиғәт тураһында элементарь белем биреү форматында уларға тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү, хәстәрлек тойғоһо тәрбиәләйбеҙ, тәбиғәт донъяһын яратырға, матурлыҡты тәрән күңел менән аңлап ҡабул итергә, хөрмәт итергә, сама белеп кенә файҙаланырға өйрәтәбеҙ, - ти Эльвира Аллағужина.
Читайте нас: