Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Декабрь 2019, 14:10

Сәнғәт мәктәбенә - 50 йыл

Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең асылыуына 2020 йылда 50 йыл тула. Ул тәүҙә музыка мәктәбе булараҡ асыла ла, 1997 йылда сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелә.

Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең асылыуына киләһе йыл 50 йыл тула. Ул 1970 йылда район мәҙәниәт бүлеге ҡарары менән музыка мәктәбе булараҡ асыла ла, 1997 йылда сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелә.
Белем усағы тәүҙә ағас өйҙә урынлаша һәм ике йүнәлештә - “Фортепьяно”, “Халыҡ инструменттары” (баян) буйынса эшләй.
1974 йылда уҡытыу программаһына “Тынлы инструменттар” дәресе өҫтәлә, 1978 йылда – ҡурай, 1980 йылда – хор, 1995-2001 йылдарҙа “Хореография”, “Художество”, “Башҡорт фольклоры”, “Ҡыллы музыка ҡоралдары” бүлектәре асыла.
2006 йылда мәктәпкә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исеме бирелә.
2008-2018 йылдарҙа тағы ла яңы бүлектәр - “Халыҡ музыка ҡоралдары” бүлегендә “Аккордеон” , “Гитара” класы, “Эстетик үҫеш”, 4-6 йәшлек балалар өсөн “Иртә эстетик үҫеш”, “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары” бүлегендә “Думбыра” класы, “Һуҡма инструменттар” бүлектәре эш башлай.
Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары районда үткән бөтә мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, матур итеп сығыш яһай, Рәсәй, республика, төбәк-ара фестивалдәрҙә, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Педагогик коллектив та дуҫ, татыу. Унда үҙ эшен яратҡан, төплө белгән, балаларҙы яратҡан, ижади ҡарашлы, һәләтле уҡытыусылар эшләй.
Әлеге көндә сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре киләһе йылда билдәләнәсәк юбилей сараларына әҙерлек эштәрен башлаған, балаларҙың отчет концерттары ла белем усағының 50 йыллығына арнала.
Читайте нас: