Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Декабрь 2019, 09:32

Гимназистар - редакцияла ҡунаҡта

Ошо көндәрҙә Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се “г” класы уҡыусылары Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә ҡунаҡҡа килде.

Ошо көндәрҙә Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се “г” класы уҡыусылары Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә ҡунаҡҡа килде һәм “Мораҙым” менән “Кугарчинские вести” гәзиттәренең нисек баҫмаға әҙерләнгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Балалар бик ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты: класс етәкселәре Вәсилә Ҡорбанаева менән мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Альбина Ладыженкоға һорауҙар бер-бер артлы яуҙы ғына! Гәзит артында күпме кешенең - хәбәрсе, корректор, редактор, яуаплы секретарь, верстка буйынса инженер, водитель һ.б. тырыш хеҙмәте ятҡанын да белде уҡыусылар....
Читайте нас: