Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Ноябрь 2019, 17:40

Мәктәп тормошона йәм өҫтәп

25 ноябрҙә Мораҡ башҡорт гимназияһының 3-сө "а" класы уҡыусылары "Әсәй менән күңеллерәк" тип исемләнгән күңелле старттарға йыйылды.

“Сәләмәт быуын – көслө төбәк”


2015 йылда беҙҙең республикала “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты - һау-сәләмәт, рухлы быуын тәрбиәләү, балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спортҡа һәләтлеләрҙе асыҡлау һәм уға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

“Сәләмәт быуын – көслө төбәк” – Рәсәйҙә сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты пропагандалаусы проекттарҙың береһе.

Тәүге йылдарҙа уға Өфө һәм Ағиҙел ҡалаларының, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Борай райондарының белем биреү учреждениелары, 2017 йылда беҙҙең райондың Мораҡ башҡорт гимназияһы ҡушылды. Гимназияның 1-се ”а” класы ул ваҡытта яңы уҡыу йылын ғәҙәти класс булып түгел, ә “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты ҡатнашыусылары булараҡ башланы. Эйе, ул ваҡыттан байтаҡ ваҡыт үтте. Проектҡа ҡушылған балалар ҙа яңы мәктәпкә килеүсе беренселәр түгел, ә 3-сө класс уҡыусылары булып киттеләр. Проектта ҡатнашыу балаларға нимәләр бирә, уҡыусылар ниндәй уңыштарға өлгәшкәндәр, ошо хаҡта класс етәксеһе Шәкирә Ташбулатова һөйләй:

- Мәктәп уҡыусыларын спортҡа ылыҡтырыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында беҙҙең төбәктә ошондай проект эш башланы. Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары менән берлектә раҫланған планға ярашлы, беҙҙең гимназияла был йүнәлеш буйынса эш башланды, ҡабул ителгән план буйынса эшмәкәрлек алып барыла. Уҡыу йылы дауамында төрлө ярыштар, спорт саралары үткәрелеп тора, ә уҡыу йылы аҙағында уҡыусылар “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырып, үҙ көстәрен һәм нимәгә өлгәшә алғандарын тикшереп ҡараясаҡ.

Класс етәксеһе булараҡ, был проектта тап минең уҡыусылар ҡатнашыуына бик шатмын. Уҡыусылар физик яҡтан да ныҡ үҙгәрҙе, класта ойошҡанлыҡ, тәртип бар. Әгәр бала һау-сәләмәт һәм физик яҡтан үҫешкән икән, тимәк, ул бөтә предметтар буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәсәк.

Беҙҙең балалар дөйөм физик әҙерлек сиктәрендә күп кенә спорт төрҙәре элементтарын өйрәнә – шахмат, саңғы, йөҙөү һәм башҡалар. Күптәр үҙҙәренең артабан ниндәй йүнәлештә шөғөлләнәсәктәрен асыҡланы ла инде, физик культура уҡытыусыһы Илиза Сатыева ла уҡыусыларға ҡайһы йүнәлешкә өҫтөнлөк бирергә, ниндәй спорт төрөн һайларға ярҙам итә.

Беҙҙең класс мәктәптә үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, башланғыс кластар араһында үткәрелгән һәр ярыш, конкурста әлегә тиклем гел призлы урындар алып килдек.

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре – балаларҙың да, класыбыҙҙың да оло-терәк-таянысы. Улар менән бергәләп төрлө саралар үткәреп торабыҙ, беҙҙең һәр башланғысты әүҙем күтәреп алғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт, - тине Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы мәктәп тормошо менән таныштырып.


Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар ярышты



Бөтә класс һәм әсәйҙәр менән дөйөм зарядкала бер аҙ “йылынып” алғас, сарала көс һынашыусы ҡыҙҙарҙың “Етеҙҙәр” һәм әсәйҙәрҙең “Егәрлеләр” командалары төрлө һынауҙарҙы үтте. “Иртәнге аш әҙерләү”, “Һеперткебол”, “Кем тиҙерәк?”, “Кенгуру”, “Вагондар”, “Ҡырҡаяҡ”, “Гимнастика” тип исемләнгән ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ярыштылар. Әлбиттә, етеҙлектә, тиҙлектә ҡыҙҙарға етеүсе булманы, улар иң күп мәрәй йыйып, лайыҡлы беренсе урынды яуланы. Әсәйҙәр ҙә бер ҙә ҡалышманы, егәрлелектә, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыуҙа уларға тиңләшеүсе булманы. Улар ҡыҙҙарҙан саҡ ҡына тороп ҡалды һәм икенсе урынға сыҡты.


Еңеүселәрҙе, сарала ҡатнашыусыларҙы Мораҡ башҡорт гимназияһы директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зәйтүнә Камардина сәләмләне, Лилиә һәм Диана Ялмәмбәтовалар, Гүзәл һәм Фәриҙә Сәлиховалар, Рита һәм Сабина Юлдашевалар, Люциә һәм Асия Килсенбаевалар, Регина менән Камила Сабитовалар, Ангелина һәм Наҙгөл Сафиналар, Зөлфиә һәм Зөлхизә Әлимғоловалар, Әлиә һәм Лиана Аҡкилдиналарға мәктәптең маҡтау грамоталарын тапшырҙы.


Әйтеүебеҙсә, сара Әсәйҙәр көнөнә бағышланды. Был уңайлы мәлде лә ҡулдан ысҡындырманы уҡыусылар, залға йыйылған әсәйҙәрҙе матур байрам менән тәбрикләнеләр, малайҙар-ҡыҙҙар башҡарыуындағы матур йөкмәткеле шиғырҙар, йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм ҡурай моңдары иң ғәзиз кешеләренә бағышланды.


Розалия ИСҠУЖИНА.


Читайте нас: