Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Ноябрь 2019, 23:05

“Уралҡай” балалар баҡсаһында “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған матур байрам сараһы үтте

Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Был тәңгәлдә район үҙәгендәге “Уралҡай” балалар баҡсаһы ла уңышлы эшләй. Бөгөн унда “Ҡояшҡай” уртансы башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған матур байрам сараһы үтте. “Ҡояшҡай” төркөмөндә 3-4 йәшлек балалар йөрөй. Бәләкәс кенә булһалар ҙа, йыр-бейеүгә лә маһирҙар, шиғыр һөйләүгә лә отҡорҙар.

Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Был тәңгәлдә район үҙәгендәге “Уралҡай” балалар баҡсаһы ла уңышлы эшләй.

Бөгөн унда “Ҡояшҡай” уртансы башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған матур байрам сараһы үтте. “Ҡояшҡай” төркөмөндә 3-4 йәшлек балалар йөрөй. Бәләкәс кенә булһалар ҙа, йыр-бейеүгә лә маһирҙар, шиғыр һөйләүгә лә отҡорҙар. Райондың иң матур тәбиғәт мөйөшө – Мораҙым тарлауығы эргәһендәге Мораҙым ауылында йәшәгән өләсәй ауылына сәйәхәт рәүешендә ойошторолған сара арҡылы балалар башҡорт халыҡ әкиәттәре, бейеүҙәре менән танышты, тәрбиәсе Әминә Айытҡолова балаларға мауыҡтырғыс итеп “Мораҙым” тәбиғәт паркы тураһында һөйләне.
Читайте нас: