Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы таҙа итеп һөйләшергә өйрәтеү – бик мөһим мәсьәлә, уның етдилеген ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа аңларға тейеш. Уй-фекерҙәрен асыҡ итеп еткерә алыуы баланың мәктәптә яҡшы өлгәшә алыуына ҙур йоғонто яһай. Шуға ла өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүен, ҡатмарлы етешһеҙлеккә әйләнмәҫ борон, мәктәпкәсә йәштә үк бөтөрөргә кәрәк. Бынан тыш, тап ошо йәштә телмәрҙең әүҙем үҫешеүен, һығылмалы булыуын күҙ уңында тотоу мөһим. Өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүҙең үҙ артынан төрлө ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килтереүгә һәм баланың яҙма һәм һөйләү телмәрендә башҡа деффекттар тыуҙырыуға сәбәп булып тора алыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Ғәҙәттә, 4-5 йәштәргә телмәрҙәге етешһеҙлектәр юҡҡа сыға. Әммә был хәл үҙенән-үҙе түгел, ә ололар һөйләше һәм уларҙың педагогик йоғонтоһо ярҙамында була. Бала дөрөҫ һөйләште ишеткәндә, һүҙҙәрҙе нисек әйтергә кәрәклеге хаҡында ололарҙан күрһәтмә алғанда таҙа һөйләргә ынтыласаҡ, ҡыҙыҡһыныуы ла артасаҡ. Шуға ла кескәйҙәрҙе уратып алғандарға – ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә аңлайышлы, асыҡ итеп һөйләшергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы йылдарҙа телмәр үҫеше боҙолған балалар һаны артҡандан-арта бара, улар көн һайын белгестәр, уҡытыусы-логопедтар ярҙамына мохтаж. Бөгөн Мораҡ ауылы мәктәптәренең, балалар баҡсаларының барыһында ла тиерлек уҡытыусы-логопедтар бар, әммә белгестәргә шундай ҙур йөкләмәләрҙе йырып сығыу бик еңелдән түгел.
Мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында телмәр үҫеше боҙолоуының арта барыуы нимәгә бәйле? Был һорауға бер һүҙ менән яуап биреүе ауыр. Әйҙәгеҙ, бергәләп яуап биреп ҡарайыҡ.
Беренсенән, артикулляция аппараты органдары хәрәкәте үҫешеп етмәгәндә өндәр дөрөҫ әйтелмәй.
Икенсенән, телмәр йәки фонематик ишетеүҙең етерлек формалашмауы. Өсөнсөнән, баланың телмәр үҫешенә әсәнең ҡорһағында сағында, донъяға килгәндә һәм ғүмеренең тәүге осоронда асыҡланған ҡатмарлыҡтар йоғонто яһай. Дүртенсенән, баланың гаджеттар – телефон, планшет, компьютерҙар менән мауығыуы. Күп ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарына сәғәттәр буйы мультфильмдар ҡарарға, компьютер уйындарын уйнарға рөхсәт итә. Әммә был ваҡытта баланың телмәр аппаратының бөтөнләй эшләмәүе, ишетеү иғтибарының үҫешмәүе хаҡында күптәр белмәй. Ата-әсәләр үҙ балалары менән аҙ аралаша, уларға китаптар уҡымай, әңгәмәләшмәй... Ә бит сабый менән мөмкин тиклем күберәк һөйләшергә кәрәк!
4-5 йәштәргә өндәрҙе формалаштырыу тамамлана, әммә балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмдәрендәге тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: 30 баланың яҡынса 17-һенең телмәр үҫешендә төрлө тайпылыштар бар (57 процент). Был балаларға 6 йәш һәм тиҙҙән мәктәпкә уҡырға барасаҡ.
Өлкән төркөмдәрҙә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Таҙа итеп һөйләшкән балалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. 30 баланың 8-10-ы ғынатуған телендәге барлыҡ өндәрҙе әйтә ала. Был күренеш район үҙәгендәге барлыҡ балалар баҡсаларында ла күҙәтелә. Логопедтарға ғына түгел, бар коллективҡа һәм иң тәү сиратта ата-әсәләргә был мәсьәлә өҫтөндә уйланырға һәм эшләргә кәрәк!