Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Ноябрь 2019, 18:13

Радий Хәбиров Айбулат Хажинды республиканың мәғариф һәм фән министры итеп тәғәйенләне

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры итеп тәғәйенләнде. Тейешле указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры итеп тәғәйенләнде. Тейешле указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Айбулат Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфөләге 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда 2-се Арғаяш урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып башлай.
1997-2000 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура академияһы аспиранты.
2001-2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетында өлкән уҡытыусы, педагогика кафедраһы доценты.
2003-2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторанты.
2003-2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты деканы урынбаҫары.
2008-2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры урынбаҫары.
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры.
2009-2010 йылдарҙа — республика Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге секторы мөдире.
2010-2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014-2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2016-2018 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе.
2018–2019 йылдарҙа – республика мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: