Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡып, диплом алған йәш белгес 1992 йылда туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Ошо йылдар эсендә уның ҡулынан күпме бала үтте икән? Ул берҙәй яратып башланғыс кластарҙы ла уҡыта, юғары класс уҡыусыларына ла белем бирә, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләй. Башҡорт кластарын бер төрлө программа менән уҡытһа, рус балаларына бөтөнләй икенсе дәреслектәр, талаптар һәм методик алымдар кәрәк. Бөгөнгөләй иҫендә: башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлағанда махсус программалар ҙа, китаптар ҙа юҡ ине. Һөнәрен һәм балаларҙы ихлас яратҡан уҡытыусы юғалып ҡалмай, календарь-тематик планды үҙе төҙөй, дәрескә материалды гәзит-журналдарҙан ала, халыҡ ижадын оҫта файҙалана. Балалар ҙа талапсан уҡытыусыны ярата,уға тартыла. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, уҡыусылар район һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә призлы урындар яулай башлай. Балалар матбуғатына яҙылырға һәм яҙышып торорға ла өйрәтә уларҙы Физәлиә апайҙары.