Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Октябрь 2019, 00:26

Ҡотлауҙар - уҡытыусыларға

Ҡотлауҙар - уҡытыусыларға Һәр йылдағыса яңы уҡыу йылы башланғас, уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Алдынғы мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү уларҙы ла дәртләндерә, ҡанатландыралыр. Һәр хәлдә ошондай рухи күтәрелеш тойолдо район мәҙәниәт һарайында үткән тантаналы байрам сараһында. Уҡытыусылар был көндә ысын мәғәнәһендә байрам хужалары булды. Сәхнәнән яңғыраған бөтә йырҙар ҙа, дәртле бейеүҙәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа уларға арналды.

Һәр йылдағыса яңы уҡыу йылы башланғас, уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Алдынғы мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү уларҙы ла дәртләндерә, ҡанатландыралыр. Һәр хәлдә ошондай рухи күтәрелеш тойолдо район мәҙәниәт һарайында үткән тантаналы байрам сараһында.
Уҡытыусылар был көндә ысын мәғәнәһендә байрам хужалары булды. Сәхнәнән яңғыраған бөтә йырҙар ҙа, дәртле бейеүҙәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа уларға арналды.
Район советы рәйесе Айрат Рауил улы Болғаиров та уларҙы һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрикләп, күңел түренән сыҡҡан иң йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусы эшенең ни тиклем дә ауыр, ни тиклем дә мөһим икәнлеген ул ғаиләһендә лә күреп үҫкән.
- Уҡыусы –ер йөҙөндәге иң оло хөрмәткә лайыҡ һөнәр. Балаларға төплө белем генә түгел, тәрбиә лә бирә улар, кешенең кеше булыуында, шәхес булып үҫешеүендә ҙур роль уйнай, - тип билдәләне ул.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та ҡотланы. Етәкселәр мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән педагогия хеҙмәте ветерандары – Рәил Әҡсәнов, Ниғмәтулла Ваһапов, Зәлифә Әхтәмова, Марат Ихсанов, Нина Столбикова, Динә Фәтҡуллина, Гөлзаһира Суфиянова, Валентина Шәкирйәноваға Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары таҡты, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙәге өлөштәре һәм һөнәри байрам айҡанлы “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе менән Күгәрсен урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлисә Маннанова менән Мәҡсүт урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Гәүһәр Хөсәйенованы бүләкләне.
Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы физик яҡтан тәрбиәләү буйынса идаралығы ла ошо йүнәлештә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фирғәт Килдебаевҡа рәхмәт хаты тапшырҙы.
Шулай уҡ бер төркөм уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары Күгәрсен районының, хакимиәтенең почет грамоталары, район советының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Байрам тантанаһы район мәҙәниәт һарайы артистары һәм уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: