Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Октябрь 2019, 18:55

Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ

Сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы, кеше бәхетенең нигеҙе. Унан мәхрүм кеше донъяның бар тәмен, йәмен тулыһынса тоя алмай. Сәләмәт булғанда кеше үҙ теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттән, уйындан ҡәнәғәтлек таба. Һуңғы ваҡытта балаларҙың һаулығын нығытыуға иғтибар айырыуса көсәйҙе. Тап шул изге маҡсатты алға ҡуйып, ошо көндәрҙә Мораҡ башҡорт гимназияһы администрацияһы тарафынан һаулыҡ көнө иғлан ителде.

Сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы, кеше бәхетенең нигеҙе. Унан мәхрүм кеше донъяның бар тәмен, йәмен тулыһынса тоя алмай. Сәләмәт булғанда кеше үҙ теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттән, уйындан ҡәнәғәтлек таба. Һуңғы ваҡытта балаларҙың һаулығын нығытыуға иғтибар айырыуса көсәйҙе. Тап шул изге маҡсатты алға ҡуйып, ошо көндәрҙә Мораҡ башҡорт гимназияһы администрацияһы тарафынан һаулыҡ көнө иғлан ителде. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Камардина З.М. алдан төҙөлгән планына ярашлы, эш көнө вожатыйҙар Сатыева И.З. менән Алламоратова А.Р. тарафынан үткәрелгән күңелле музыкаль зарядканан башланып китте. Бөтә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа спорт кейемендә килде.

Башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Күңелле старттар” уйыны кластағы ҡыҙыҡлы уйындар менән аралашып барҙы. 5-6-сы кластар станциялар буйлап йөрөп, һаулыҡ һаҡлау буйынса үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт тупланылар. 1-се станция “Мода һәм һаулыҡ” (Брызгалова М.Ю.), 2-се станция “Дөрөҫ туҡланыу” (Ғәзизова Г.М.), 3 –сө станция “Экология һәм һаулыҡ” (Исҡужина Г.К.), 4-се станция “Тиҙ ярҙам” (район дауаханаһы педиатры Имәнбаева И.Р. һәм гимназия шәфҡәт туташы Иҫәнбәкова Р.Р.), 5-се станция “Компьютер һәм һаулыҡ” (Сәйетҡолова З.Х.), 6-сы станция “Миһырбанлыҡ, изгелек, һаулыҡ” (Федянина М.И.) тип исемләнде. Һәр станцияға беркетелгән уҡытыусылар, район дауаханаһы вәкилдәре бирелгән йүнәлеш буйынса ентекле әҙерләнеп, кәрәкле һәм файҙалы кәңәштәрен бирҙеләр.

7-8-се класс уҡыусыларына иһә тамашалар залында күңелле “Шат һәм тапҡырҙар клубы” уйыны ойошторолдо. Алып барыусы Альбина Алламоратова уҡыусыларға төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс конкурстар ойошторҙо, аҙаҡ еңеүселәр билдәләнде.

Өлкән кластар егет һәм ҡыҙҙары өсөн физкультура уҡытыусылары Петайкин В.А., Илғыуатов Ф.Е. тарафынан үткәрелгән баскетбол, волейбол ярыштары бик көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы. Һәр команда еңеү өсөн бар тырышлығын һалды. Сәләмәтлек көнөндә бөтә уҡыусылар ҙә, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты.

Эйе, сәләмәтлекте һатып алып булмай, уны бала саҡтан, йәшлектән хәстәрләргә кәрәк. Был көндө барыбыҙ ҙа һаулыҡты һаҡларға, нығытырға кәрәклегенә тағы ла бер ҡат инандыҡ.

Гәүһәр Ижбаева, Мораҡ башҡорт гимназияһының 7-се “г” класы етәксеһе.

Читайте нас: