Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Октябрь 2019, 17:59

Тоғро дуҫ та, остаз да ул - уҡытыусы

Мәктәп партаһы артында ултырып белем алған һәр кемебеҙ уҡытыусыларға рәхмәтлелер. Был тормоштағы ҡаҙаныштарыбыҙ, уңыштарыбыҙға ла нигеҙҙе улар һалғандыр. Һәр хәлдә кешенең шәхес булараҡ формалашыуында остаздарыбыҙҙың хеҙмәте, өлөшө баһалап бөткөһөҙ оло әһәмиәткә эйә. Мораҡ башҡорт гимназияһының биология уҡытыусыһы Альбина Хәмзә ҡыҙы Арыҫланбаева тураһында латап шулай әйтергә була. 23 йыл уҡытыусы булып эшләү дәүерендә әллә күпме уҡыусыһы уның юлынан киткән, ошо йүнәлештә һөнәр һайлаған.

Мәктәп партаһы артында ултырып белем алған һәр кемебеҙ уҡытыусыларға рәхмәтлелер. Был тормоштағы ҡаҙаныштарыбыҙ, уңыштарыбыҙға ла нигеҙҙе улар һалғандыр. Һәр хәлдә кешенең шәхес булараҡ формалашыуында остаздарыбыҙҙың хеҙмәте, өлөшө баһалап бөткөһөҙ оло әһәмиәткә эйә.


Мораҡ башҡорт гимназияһының биология уҡытыусыһы Альбина Хәмзә ҡыҙы Арыҫланбаева тураһында латап шулай әйтергә була. 23 йыл уҡытыусы булып эшләү дәүерендә әллә күпме уҡыусыһы уның юлынан киткән, ошо йүнәлештә һөнәр һайлаған.

Мөғәллимә 1974 йылдың 21 апрелендә Федоровка районы Федоровка ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи фәндәр һәм география факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1996 йылда башлай. Әлеге көндә ул - юғары квалификациялы белгес, Мораҡ башҡорт гимназияһында биологияны уҡыта.


Альбина Хәмзә ҡыҙы эшенә оло яуаплылыҡ, ҙур ихтирам менән ҡарай. Уҡыусыларға үҙ фәненән төплө белем биреп кенә ҡалмай, киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрҙәрен ошо тармаҡта дауам итерлек йүнәлеш тә күрһәтә белә. Уның уҡыусылары йыл һайын Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк һәм муниципаль этаптарында ҡатнаша. Һуңғы биш йылда уның 43 уҡыусыһы (20 еңеүсе, 23 призер) экология һәм биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары булыуға өлгәшкән. Бынан тыш уның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, фәнни бәйгеләрҙә ҡатнаша, халыҡ-ара “Йәшел Башҡортостан” конкурсының төбәк этабында дипломант булыусылар ҙа, “Башҡортостан ҡоштары” 1-се республика интернет-конкурсында ла призлы урындар яулаусылар, фәнни-тикшеренеү эштәр бәйгеләре еңеүселәре лә бар.

Былтыр Ю.А Гагарин исемендәге Кубок өсөн биология буйынса республика олимпиадаһына уҡыусыһы Екатерина Арестованы әҙерләгәне өсөн Почет грамотаһы менән билдәләнә. Быйыл ғинуарҙа тағы бер уҡыусыһы - Аделина Мырҙабулатованы биологиянан республика олимпиадаһына әҙерләгәне өсөн мәғариф министрлығынан Рәхмәт хаты ла тапшыралар.

Уҡыутыусыһына ла уңыш алып килгән тырыш уҡыусы уҡыу йылы башланыу менән тағы бер һөҙөмтәгә өлгәшкән – “Йәш натуралист-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында “Йәшел технология һәм стартаптар” номинацияһында призлы урын яулаған.


Альбина Хәмзә ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте тармаҡ етәкселеге тарафына да баһалау тапҡан: БР Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе К. Толкачевтан, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы ойоштороусыларынан, БР Мәғариф министрлығынан, Күгәрсен районы хакимиәтенән, район мәғариф бүлегенән бихисап рәхмәт хаттар, почет грамоталары менән билдәләнгән; 2010 йылда “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән.


Ул шулай уҡ “Биология. Все для учителя” тип аталған фәнни-методик журнал өсөн электрон дәрес өлгөләре эшләгән, шул журналда баҫылған байтаҡ мәҡәләләр авторы ла; 2013 йылда иһә БР Мәғарифты үҫтереү институтында биология фәндәре кандидаты У. Б. Юнысбаев менән “Даими биологик дәүмәлдәрҙең ҡыҫҡа белешмәһен” баҫтырған; “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы методистары менән берлектә экологик дәрестәр, йылға ярҙарын таҙалау буйынса рейдтар үткәрә.

Албина Хәмзә ҡыҙы 23 йыл класс етәксеһе вазифаһын да атҡара. Тәжрибәле, ижади ҡарашлы уҡытыусының класы ла дуҫ, татыу, мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, уңыштар яулай.

- Биология - ул бөтә фәндәрҙең нигеҙе. Экологиямы, медицинамы, аҙыҡ-түлек етештереү тармағымы – барыһы ла ошо фәнгә бәйле. Үҙеңдең фәнеңә ҡарата бала күңелендә һөйөү уята алһаң, уҡытыу процесы ысын мәғәнәһендә оло кинәнес. Уларҙы ҡыҙыҡһындырһаң, уртаҡ тел тапһаң, һәр ваҡыт аралашып торһаң, дәрестәр ҙә матур үтә, тын да алмай йотлоғоп тыңлап, һин биргән белемде, дәрес мәғлүмәтен һеңдереп кенә ултырасаҡтар, - ти Альбина Хәмзә ҡыҙы уҡытыу серҙәре менән бүлешеп.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.


Читайте нас: