Көн һайын һәр отряд үҙҙәренең йүнәлештәре буйынса дәрестәр һәм күнекмәләр үткәрҙе. Беҙ иһә хәүефһеҙлек техникаһы, янғын хәүефһеҙлеге, санитария һәм гигиена буйынса белемдәрҙе камиллаштырҙыҡ. Топографик карталарҙың шартлы билдәләрен өйрәндек. Компас, GPS навигатор һәм смартфондар, топографик карталар ҡулланып урынды билдәләү буйынса дәрестәр үткәрҙек. Төйөндәрҙе өйрәнеп, уларҙы туризмда ҡулланыу һәләтен камиллаштырҙыҡ. Уның буйынса ярышта 2-се урын алдыҡ. Шулай уҡ аҫылмалы “күпер”ҙән һыу кисеү, ҡаялы участкала текә ерҙән аҫҡа төшөү, өҫкә үрмәләү кеүек ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса оҫталыҡтарҙы практикала нығыттыҡ. Отрядтар араһында “Ҡалала ориентирлашыу” буйынса үткәрелгән бәйгелә беренселек яуланыҡ. “Мораҙым уяҙы” тәбиғәт паркы ойошторған “Йәш рейнджер” экологик сараһындаа чемпион булдыҡ.