Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Сентябрь 2019, 11:49

Телгә һөйөү балалар баҡсаһынан тәрбиәләнә

Мин башҡортмон тип,Күкрәгемде ҡағам, тигән девиз менән янып-көйөп йәшәй бөгөнгө көндә Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре. Был һүҙҙәргә беҙ был белем биреү учреждениеһында август аҙағында үткән мәктәпкәсә йәштәге милли балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең һәм башҡорт теле уҡытыусыларының район методик ойошмаһы йыйылышында тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Мин башҡортмон тип,

Күкрәгемде ҡағам, тигән девиз менән янып-көйөп йәшәй бөгөнгө көндә Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре.

Был һүҙҙәргә беҙ был белем биреү учреждениеһында август аҙағында үткән мәктәпкәсә йәштәге милли балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең һәм башҡорт теле уҡытыусыларының район методик ойошмаһы йыйылышында тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

Бер төркөм делегацияны үҙ ҡулдары менән башҡорт орнаменттарын ҡулланып эшләгән күкрәксәләр таҡҡан тәрбиәселәр ихлас ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтарға тәүҙә күркәм балалар баҡсаһы буйлап экскурсия үткәрҙеләр: башҡорт халҡының көнитмешен һүрәтләгән музейҙы, төркөмдәрҙе ҡарап сыҡҡас, коридорҙа “Алмаз мозаикаһы” күргәҙмәһе менән таныштыҡ.

Методик ойошма йыйылышының төп өлөшө музыка залында үтте. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзилә Абдулхай ҡыҙы менән музыка етәксеһе Гөлгөнә Яугилдина өлкән төркөм балалары менән бик матур сара үткәрҙе – башҡорт халҡының “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны аша балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләүҙе һүрәтләне. Артабан Алһыу Йәркәй ҡыҙы Хәйбуллина ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһының тормошо менән таныштырҙы. Видероликтар ярҙамында “Күгәрсенкәй”ҙә башҡорт әкиәттәрен яратыуҙарын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән бөтә сараларҙа ҡатнашыуҙарын, төрлө номинацияларҙа еңеп сығыуҙарын, йәйге ялдарын нисек файҙалы итеп үткәреүҙәре тураһында бәйән итте. Был сара ултырышта ҡатнашҡан бөтә ҡунаҡтарға ла оҡшаны. “Күгәрсенкәй”ҙә эшләүсе татыу коллективҡа эштәрендә артабан да уңыштар теләп, үҙебеҙгә фәһем алып таралыштыҡ.

Нәзирә ИШКИЛДИНА,

район методик ойошмаһы етәксеһе.

Читайте нас: