Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Сентябрь 2019, 13:18

Сыңланы тәүге ҡыңғырау яңы үрҙәргә әйҙәп

Аҙна башында республикабыҙҙың меңләгән мәктәбендә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар үтте, беҙҙең район буйынса бөтәһе 403 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Теләүембәт урта мәктәбе йәмле майҙа үҙе ҡанат ҡуйып оло тормош юлына оҙатҡан 4 ҡарлуғасына алмашҡа быйыл 12 сабыйҙы йылы ҡанаты аҫтына алды.

Аҙна башында республикабыҙҙың меңләгән мәктәбендә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар үтте, беҙҙең район буйынса бөтәһе 403 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Теләүембәт урта мәктәбе йәмле майҙа үҙе ҡанат ҡуйып оло тормош юлына оҙатҡан 4 ҡарлуғасына алмашҡа быйыл 12 сабыйҙы йылы ҡанаты аҫтына алды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2018-2019 уҡыу йылында был мәктәп төрлө өлкәлә яҡшы күрһәткестәр менән алдынғылар рәтенә инде. Белем көнө лә бында ысын байрам төҫөн алды. Тантаналы линейкала мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Флүрә Ҡыҙрасова уҡыусылар һәм хөрмәтле коллегаларын, педагогик хеҙмәт ветерандарын ихлас тәбрикләп, беренсе класҡа килеүсе балаларға ғилемле, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып үҫеүҙәрен теләне. Уларҙы тырышлыҡтары менән төрлө өлкәлә ҡаҙаныштар яулаған ағай-апайҙарынан өлгө алырға саҡырҙы. Бына улар мәктәп данын ғорур яҡлаусылар: Алһыу Хайсарова, Алина Юлдашбаева, Динара Ишемғолова, Яҙгөл Йомағужина, Гөлназ һәм Яҙгөл Вәлишиналар, Нурзилә Байгилдина, Асиф Сурин, Айгиз Рысаев, Айтуған Алсынбаев, Радмир Шәмғолов, Карина Никитина, Азат Байгилдин, Иршат Рысаев, Аяз Кинйәбаев, Милана Латыпова, Азалина Байназарова, Илмир Ҡотлогилдин, Азат Кинйәбулатов, Алмаз Сәлихов, Замир Юлдашбаев, Алтынгөл Ишемғолова, Айгөл Ишбаева, Айнур Ҡотлогилдин, Лиана Килдейәрова...

“Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Факил Бикбаев район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе, беренселәргә иҫән-һау булып, белем үрҙәрен тырыш яулауҙарын теләп, уларға уҡымлы китаптар бүләк итте. Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов, “Тәүәкән” йәмғиәте баш агрономы Азамат Хисмәтуллин да педагогик коллективҡа, уҡыусыларға аҡ теләктәрен еткереп, беренселәргә матур бүләктәр тапшырҙы.

Мәктәп буҫағаһы аша тәү тапҡыр атлаһалар ҙа, беренсе класҡа килеүсе кескәйҙәр үҙҙәре лә бик һәләтле булып сыҡты – тасуири итеп шиғыр һөйләне, өлкәнерәк ағай-апайҙарына ҡушылып йыр көйләне, милли рухта матур сығыштарҙы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Ниһайәт, улар өсөн иң тәүгә ҡыңғырау сыңланы... Уның тылсымлы моңо һәр ҡайһыһынан ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ талап иткән белем үрҙәренә юл ярһын, ә мәктәп ғорурлығы булған алдынғы ағай-апайҙары өсөн яңы ҡаҙаныштарға әйҙәүсе көс бирһен! Аҡ юл һеҙгә!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: