Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Август 2019, 11:43

Фән тауына ҡыйыу үрләгеҙ!

Һеҙ фотола күргән Залина Илсеғолова менән Илназар Исҡужиндың да (улар икеһе лә Мораҡ ауылынан, Мораҡ башҡорт гимназияһының беренсе класына йыйына) талпынышып мәктәпкә әҙерләнеп, Белем байрамын түҙемһеҙләнеп көткән илаһи саҡтары. Күңелдәре пак бит әле, алдаша ла белмәйҙәр, икеһе лә: “Балалар баҡсаһына йөрөп туйманыҡ, әммә мәктәпкә лә килге килә”, - тиҙәр.

Беҙ менәһе фән тауҙары

Бик бейек һәм бик текә,

Уның үренә тырыштар,

Ҡыйыуҙар ғына менә...

Икенсе әсәй ролен үтәйәсәк уҡытыусы апайҙарына оҡшарға теләп Белем байрамына тырышып-тырмашып шиғыр ятлағандарын, хәстәрлекле әсәйҙәр үтекләп матурлап элеп ҡуйған ебәк алъяпҡыслы күлдәк, йәиһә ыҫпай формаларын кейеп көҙгө алдында орсоҡтай бөтөрөлгәндәрен, портфелгә һалынған уҡыу кәрәк-яраҡтарын йөҙ ҡат алып, йөҙ ҡат һыйпап кире һалғандарын һәр ҡайһығыҙ һағынып иҫләп алалыр әле...

Беренсе тапҡыр мәктәп буҫағаһынан атлап яҡты класс бүлмәһенә инеүҙәр, беренсе уҡытыусыңдың ауыҙына инерҙәй булып һәр һүҙен йотоп хәтер һандығыңа һалып

ҡуйыуҙар, беренсе ҡыңғырау моңдарын ишетеү... Их, ул татлы саҡтар!

Һеҙ фотола күргән Залина Илсеғолова менән Илназар Исҡужиндың да (улар икеһе лә Мораҡ ауылынан, Мораҡ башҡорт гимназияһының беренсе класына йыйына) талпынышып мәктәпкә әҙерләнеп, Белем байрамын түҙемһеҙләнеп көткән илаһи саҡтары. Күңелдәре пак бит әле, алдаша ла белмәйҙәр, икеһе лә: “Балалар баҡсаһына йөрөп туйманыҡ, әммә мәктәпкә лә килге килә”, - тиҙәр.

“Уралҡай” балалар баҡсаһында уҡ күп нәмәгә өйрәнеп, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең эстетика түңәрәгенә йөрөп бейергә, йырларға оҫтарып алған Залина һүрәт төшөрөргә лә маһир. Хәрефтәрҙе ятлаған, һанай белә. Гагарин Кубогына уҙғарылған олимпиадала еңеүсе исемен яулап өлгөргән. “Һүрәттәремде обойға йәбештереп өйҙө биҙәйем”, - ти ул ҙур кинәнес менән. Тәүҙәрәк әсәһе шелтәләгән, әлбиттә, аҙаҡ ҡыҙының ҡаҙаныштарына ҡыуанып был “сәйер мауығыуы” менән килешкән. Ә бына Илназар: “Бөтә нимәне алдан белеп барғас, ни ҡыҙығы? Мәктәптә уҡырға-яҙырға өйрәнәсәкмен”, - ти. Һүҙҙәре хаҡ! 20 – гә тиклем һанай, ҡуша-ала белә, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында үҙен шәп йүгереүсе, пластилиндан төрлөһөн әүәләргә оҫта итеп танытҡан үҙен. Быныһы, исмаһам, ысын егеттәрсә!

Залина менән Илназарҙың ағалары ла гимназияның тырыш уҡыусылары. Тимәк, кескәй геройҙарыбыҙҙың да ғилем донъяһына ынтылышы ҙур булып, фән тауҙарына ҡыйыу үрләүҙәренә өмөттәр ҙур. Хәйерле сәғәттә!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: