Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Август 2019, 16:39

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Район август кәңәшмәһендә үҫеп килеүсе йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә тос өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм уҡытыусылар БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына һәм Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар. Ул хаҡта беҙҙең рәсми төркөмдә

Үҫеп килеүсе йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә тос өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
- Хәсәнова Финара Хөсәйенғәзи ҡыҙы, Ҡалдар урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
- Усарова Нәзифә Сәлих ҡыҙы, Сәйетҡол ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
- Ниғәмәтуллин Илгиз Нәзиф улы – район мәҙәниәт һарайының “Гөрләүек” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе.
Профессионаллек, инициативалыҡ, район мәғарифы үҫешенә индергән шәхси өлөшө һәм 2018-2019 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы призерҙарын әҙерләгәне өсөн Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
- Евсеев Дмитрий Петрович, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы;
- Ғайсина Рита Наил ҡыҙы, Йомағужа 1-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
- Арыҫланбаева Альбина Хәмзә ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһының биология уҡытыусыһы;
- Толкун Светлана Александровна, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
- Хөсәйенова Гәүһәр Хәтмулла ҡыҙы, Мәҡсүт урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы.
Профессионаллек, инициативалыҡ, район мәғарифы үҫешенә индергән шәхси өлөшө һәм 2018-2019 уҡыу йылында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһы призерҙарын әҙерләгән өсөн Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
- Абсалиҡова Әсмә Абҡадир ҡыҙы, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы;
- Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- Харрасов Замир Дамир улы, Теләүембәт урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы;
- Мысырғәлина Хәнифә Әнүәр ҡыҙы, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы;
- Псәнчина Зилә Мәхмүт ҡыҙы, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
***
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф үҫеше федерацияһы тарафынан ойошторолған “Рәсәйҙең 2019 йылда иң яҡшы балалар баҡсалары” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе дипломы Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына (мөдире – Латипова Гөлназ Мөхәмәтвәли ҡыҙы) тапшырылды.
Районда үткән август кәңәшмәһенән тулы мәғлүмәт – гәзиттең киләһе һанында.
Читайте нас в