Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү менән шөғөлләнә башланылар. Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында уҡытыусыларға юғарылағы ведомстволарҙың йөкләмәһе һалыныуы билдәләнде.
«Өҫтә» уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу ысынында иһә күп һанлы отчет рәүешендәге үҙконтроль менән алмаштырылған. Һөҙөмтәлә — уҡытыусыларға саманан тыш «ҡағыҙ» йөкләмә генә түгел, ә формализм һәм өҫтәлмә яҙыуҙар өсөн киңлек, ситтән эшмәкәрлекте объектив баһалауҙан китеү. Уҡытыусыларға, бынан тыш, методистарҙың эше йөкмәтелә», — тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.