Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Август 2019, 11:55

Яңы уҡыу йылына – яңы көс-дәрт менән

Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығы - мәғариф эшсәндәре өсөн үткәндәргә байҡау яһап, уңыштарҙы барлар, мәсьәләләрҙе уртаға һалып, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләр саҡ. Был етди осорҙа төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп тороусы Теләүембәт урта мәктәбенең һулышы нисек икән? Дөйөм хәл-торошон белеү маҡсатында белем биреү ойошмаһы директоры Иҙелбаев Хәлил Хәмит улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығы - мәғариф эшсәндәре өсөн үткәндәргә байҡау яһап, уңыштарҙы барлар, мәсьәләләрҙе уртаға һалып, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләр саҡ.

Был етди осорҙа төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп тороусы Теләүембәт урта мәктәбенең һулышы нисек икән? Дөйөм хәл-торошон белеү маҡсатында белем биреү ойошмаһы директоры Иҙелбаев Хәлил Хәмит улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Балалар һаны бермә-бер кәмеү сәбәпле ауылдарҙа белем усаҡтары ябыла. Был тәңгәлдә һеҙгә борсолорға урын бармы? Федераль дәүләт стандарты ла мәктәптәргә юғары талаптар ҡуя, заман менән бергә атлар өсөн һеҙҙә шарттар тыуҙырылғанмы?

- Эйе, беҙҙең мәктәптә бер-нисә ауыл балалары уҡыуын иҫәпкә алһаң, артыҡ күп түгел - бөтәһе 116 уҡыусы. Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып ауылдарынан, Черниговка утарынан автобус менән йөрөп уҡыйҙар. 1-се класҡа 14 бала килә. Балалар баҡсаһы хәҙер беҙҙең ҡарамаҡта, мәктәп яны төркөмөндә беҙҙең буласаҡ уҡыусылар - 19 бала тәрбиәләнә, тимәк, киләсәккә өмөттәр ҙур. Теләүембәт урта мәктәбе филиалы булған Бикес белем усағына әлегә ябылыу янамай, бында 8 бала уҡый, үткән йылда ыңғай шарттар тыуҙырылды: йылы һыу бар, эстә бәҙрәф эшләнде. Теләүембәттә айырым компьютер класы бар, “Урал” фонды ярҙамы менән 5 проектор, 1 интерактив таҡта алдыҡ. Заманса йыһазланыш, әлбиттә, уҡытыу процесында яңы мөмкинлектәргә юл аса.

- Үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлекме?

- Уңыштар ҙа, уйланыр урындар ҙа бар. Район һәм республика буйынса ҡаҙаныштар байтаҡ. Бер нисәһен телгә алып үтке килә. Айгиз Рысаев тарих йүнәлешендәге проекты менән республика кимәлендә мәктәп һәм район данын лайыҡлы яҡланы, Яҙгөл Вәлишина “Ғаиләм телмәрендә диалектизмдар” темаһына фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса районда 1-се, республикала 3-сө урын алды, Гөлназ Вәлишина башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика кимәлендәге олимпиадала еңеүгә өлгәште. Инглиз теле буйынса үткәрелгән район конкурстарында уҡыусыларыбыҙ призлы урындар яуланы. Район буйынса спартакиадала беҙҙең мәктәп 1-се урынға сыҡты. Ғөмүмән, спорт үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Ҡасандыр Теләүембәт урта мәктәбен тамамлаусылар – Рәиф менән Рәил Әбдрәхимовтар хоккей ҡумтаһын бүләк иткәс, был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны артты, йәш хоккейсыларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Былтыр бында Бөрйән, Иҫәнғол, Йылайыр, Көйөргәҙе райондары һәм үҙебеҙҙекеләр араһында (тренер - Марат Хайсаров) хоккей турниры үтте, Ишбулат Хайсаров иҫтәлегенә спорт саралары даими уҙғарылып тора. Саңғы ярыштарында йыл да еңеүсе булған тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барыусы Гөлнара Фазлаеваны күптәр белә.

Сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы йырып сыҡты, был да – ҡаҙаныш. 11-се класты 4 бала тамамланы, дүртеһе лә күңелдәренә яҡын һөнәр һайлап, артабан уҡыуҙарын дауам итергә әҙерҙәр. Береһе юғары уҡыу йортона инде. Дөрөҫ, белем сифатын күтәреү, белем биреү эшен камиллаштырыу, БДИ һөҙөмтәләрен юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреү кеүек мәсьәләләр өҫтөндә нығыраҡ эшләһе бар әле.

- Ҡаҙаныштар, көйөнөстәр... ниндәй генә күрһәткестәр булмаһын, бөтәһе лә – дөйөм педагогик коллективтың хеҙмәт емеше. Һеҙ коллективтан уңдығыҙмы? Яңы уҡыу йылын ниндәйерәк кәйеф менән ҡаршы алаһығыҙ?

- Әлбиттә. Мәктәптә 15 уҡытыусы эшләй, бөтәһе лә категориялы, тәжрибәле белгестәр. Һәр ҡайһыһы үҙ фәненән уҡыта, дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп һәм тейешле кимәлдә үткәрергә ынтыла, белем сифатын арттырыу менән бер рәттән балаларҙың һәләтен асыу, уны үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала. Араларында 5 мәғариф алдынғыһы, 1-әүһе РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына эйә. Мәктәп коллективы ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ә яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙербеҙ, кәйефтәр шәп. Тәрбиә яғынан һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ынтылыу, белем сифаты, өлгәшеү буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртырға тырышыу – төп маҡсатыбыҙ.

Эйе, косметик ремонттан һуң Теләүембәт урта мәктәбенең класс бүлмәләре яҡты, бөхтә, уҡыусыларға кинәнеп белем тупларға ғына ҡала. Быныһы ла – намыҫлы директор етәкселегендәге педагогик хеҙмәт коллективы менән ата-әсәләрҙең берҙәм тырышлығы һөҙөмтәһе. Яңы уҡыу йылында ла теләүембәттәр һынатмаҫ, яңы ҡаҙаныштар яулар әле!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: