Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Август 2019, 12:37

Уҡыусың 100 балл йыйһа – аҡса ал!

Уҡыусың 100 балл йыйһа – аҡса ал! Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе мәлендә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусыларҙың уҡытыусыһына премия бирергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе мәлендә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусыларҙың уҡытыусыһына премия бирергә тәҡдим итте, тип яҙа Башҡортостан.


Әлбиттә, уҡытыусыларға был премияның күләме ҡыҙыҡ. Республика етәксеһе аҡсалата бүләктең аныҡ суммаһы тураһында әйтмәне. Шулай ҙа һүҙ “биш мең тураһында ғына бармай” тине ул. Тимәк, уҡытыусылар ҙурыраҡ суммаға иҫәп тота ала. Уның күләмен республиканың Мәғариф министрлығы билдәләргә тейеш.

Ошондай уҡ премияларҙы төрлө олимпиадаларҙа еңгән уҡыусыларҙың уҡытыусылары ла алырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.


Әйткәндәй, республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостанда 110 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған.


Фото: Lenta.ru

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.


Читайте нас: